Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы үтә

Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын ошо жанрҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү. Бәйге шарттарына ярашлы, конкурс мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса билдәләнәсәк. (Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан сүрәләр көйгә һалынып тәҡдим ителергә лә мөмкин). Йыл һайын Сибай ҡалаһында үткәрелеп, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән төбәк-ара конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ғаризалар 20 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Автор фотолары.