Үткән уҡыу йылы аҙағында Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында заманса физика кабинеты асылды. Бөгөн был уҡыу бүлмәһендә уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Ремонттың сығымы ике миллион һумға яҡын тәшкил иткән, һөҙөмтәлә кабинет тулыһынса яңы төҫ алған һәм яңы интерактив ҡорамал һатып алынған. Сығымдарҙы Башҡортостандың «АСТ» территориаль электр селтәре ойошмаһы үҙ өҫтөнә алған. Асылда компанияның күҙәтеү советы рәйесе Андрей Зензинды белем биреү учреждениеһының кураторы тип атаһаҡ та, хата булмаҫ. 2022 йылдың февралендә Зензиндың инициативаһы менән предприятие һәм гимназия хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй. Килешеү сиктәрендә, уҡыу класын ремонтлауҙан тыш, мәктәптә өлкән кластар өсөн өҫтәмә инженер белем биреү курстары индерелгән. Уҡыу программаһы компания эксперттары һәм техник белгестәр ҡатнашлығында эшләнгән. Шулай итеп, өлкән класс уҡыусылары электр энергетикаһы һөнәре менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлегенә эйә булған. Теориянан тыш, практика ла бар: уҡыусылар лабораторияла эшләй һәм туранан-тура етештереү майҙансыҡтарына сыға, компания етәкселәре менән осраша. Йәғни һөнәри йүнәлеш биреү эше лә алып барыла. - Был беҙҙең гимназия өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һәм мәҙәниәтте өйрәнеүгә баҫым яһала. Ә был проект буйынса теүәл фәндәрҙең дә үҫешергә тейешлеген күрһәтәбеҙ, - тип иҫәпләй гимназия директоры Булат Зинуров. - Ҙур компанияларҙың мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итеүе һәм тармаҡты популярлаштырыуы - бик яҡшы күренеш. Фото һәм сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.
Башҡорт гимназияһында заманса физика кабинеты барлыҡҡа килде
13 сентября 202313 сен 2023
1 мин