Төтөн, көйөк еҫе һиҙгән саҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата:*Марлянан эшләнгән йә башҡа төрлө дымлы битлек файҙаланырға, күберәк таҙа һыу һәм йәшел сәй эсергә, көн дауамында һалҡын душ керергә тәҡдим ителә.*Тәҙрәләрҙе ябыҡ килеш тоторға, бүлмәне еүеш сепрәк менән һөртөп торорға һәм һауаны дымландырырға кәрәк.*Бигерәк тә танау ҡыуышлығын йыуырға һәм ауыҙҙы сайҡатырға. Шулай уҡ был осорҙа күҙ менән проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн табиптар контакт линзаларҙа йөрөргә кәңәш итмәй.*Физик әүҙемлекте сикләргә.*Үпкә, йөрәк һәм аллергия сирҙәренән яфаланған кешеләргә үҙҙәре менән дарыуҙар алырға кәңәш ителә.*Һауала төтөн күпселек осраҡта иртә менән йыйыла, шуға күрә был ваҡытта урамда оҙаҡ йөрөүҙән тыйылырға кәрәк. *Балаларға һәм ауырлы ҡатындарға тышта оҙаҡ йөрөүҙән бөтөнләй баш тартырға кәрәк.*Еңел үҙләштерелә торған, витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡ ашарға, йәшелсә- емешкә өҫтөн