Танылған йырсы, һәр концерты зал тулы тамашасы менән үткән Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Белеүебеҙсә, был йырсы концерты ваҡытында бик күп сәхнә кейемен алмаштыра. Уның хаҡында “хатта ике йыр араһында күлдәк алмаштырып өлгөрә” тиҙәр шаяртыу ҡатыш. Әлеге яҙмаһы ла шул сәхнә кейеме һәм концерттары тураһында. “Һеҙ миңә дөрөҫөн яҙығыҙ әле... Концерт нисә сәғәт барырға тейеш? Кемдер өс сәғәтте лә бик ҡыҫҡа булды, ти. Кемдер ике сәғәтте лә оҙон, ти... Концертта һөйләшергәме? Күлдәк нисәү булырға тейеш? Антракт кәрәкме, юҡмы? Күберәк дәртле йырҙар кәрәкме? Әкрен йырҙар кәрәкме? Сәсемде йыйырғамы әллә туҙҙырырғамы? Барыбер үҙемсә эшләйем дә ҡуям инде... ләкин һис шикһеҙ ҡолаҡ һалам... Ә был күлдәкте программаға индерәбеҙме?” – тип яҙҙы йырсы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Илһөйә Бәҙретдинованың концерттарында булғанығыҙ бармы? Оҡшаймы? Фото һәм сығанаҡ: vk.com/ilsiya_badretdinova