Төбәктең лизинг компанияһы Благовещендағы шәхси предприятиеға кәрәкле техника һатып алырға ярҙам итте. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ярҙам “Тарапром-Сервис” фирмаһына өҫтәмә ҡорамалдар менән фронталь тейәгес һатып алыу өсөн льготалы лизинг формаһында бирелә. Финанслауҙың дөйөм суммаһы 2,9 миллион һум тәшкил итә. Предприятие ағас йәшниктәр етештереү менән шөғөлләнә. “Элек ағас материалдарҙы һәм әҙер продукцияны тейәү өсөн сит ойошмаларҙың махсус техникаларын йәлеп итә инек. Ҡарҙы таҙартыу, биләмәне йыйыштырыу һәм төҙөлөш эштәре өсөн дә үҙебеҙҙең мөмкинлек булманы”, – тип һөйләне ойошманың төп вәкиле. Хәҙер был эштәрҙе компания үҙаллы башҡарасаҡ, был сығымдарҙы һиҙелерлек кәметәсәк һәм хеҙмәт һөҙөмтәлеген арттырасаҡ”. Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов билдәләүенсә: “Лизинг финанслауының льготалы шарттары арҡаһында предприятиелар ҡорамалдарҙы арзан хаҡҡа яңырта ала. Был бигер