Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сибайҙың "тәүге ҡарлуғасы"

Сибай ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Нәйлә Рәхмәтуллина - Сибайҙан туризмды үҫтереүгә грант алған тәүге эшҡыуар, тип яҙа үҙенең сәхифәһендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “Нәйлә - маҡсатлы, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған эшҡыуар. «Сайран» ял базаһын ныҡлы аҙымдар менән киңәйтә. Тирмәләр, байрамдар һәм фотосессиялар, хаска тоҡомло эттәре менән сәйәхәттәр, атта йөрөү, ҡаргиҙәрҙәр, саңғылар, конькиҙар, тюбингтар, кәмәләр һәм катамарандар, походтар, уҡтан атыу – быларҙың барыһы ла Нәйлә Рәхмәтуллинаның тормошҡа ашырған идеялары. Барыһы ла заман талаптарына ярашлы эшләнгән, ҡунаҡтарға ла бик оҡшай. Тимәк, артабан үҫешергә кәрәк. Проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын теләнем. «Сайран» Сибайҙың туристик брендына әйләнһен!” - тип яҙған Рөстәм Афзалов. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән