Төркиәлә булған ҡурҡыныс фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда Өфө ҡатынының ете йәшлек улын элекке төрөк ире бысаҡ менән сәнсеп үлтергән ине. Әле хәл тураһында күберәк мәғлүмәт билдәле булды. Балаһын юғалтҡан ҡатын был турала “Честно говоря” тапшырыуына һөйләгән. – Иртән иртүк мин улымды элекке иремә биреп ебәрҙем. Телефонда яҙышып торҙоҡ, барыһы ла яҡшы ине, тик аҙаҡ ул янай башланы. Мин был СМС-хәбәрҙәрҙе полицияға алып барҙым. Улар тикшерербеҙ тинеләр. Асыҡ янауҙар бар ине, ул миңә баланы тере килеш бирмәйем, уны зыяраттан ғына аласаҡһың тип яҙҙы. Улымды үҙ көсөм менән табырға тырыштым, полиция, прокуратура уны әллә ни эҙләмәне лә. Балам үлде, уны үҙ атаһы үлтерҙе. Ете тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, муйынынан салған, бысаҡ бөтә мөһим органдарына ла тейгән ине. Уның быны ни өсөн эшләгәнен белмәйем, артабан нимә булырын да аңламайым, – тигән әсә. Төрөк телеканалы хәбәр итеүенсә, фажиғә Мерсин ҡалаһында була. Ир тәүҙә балаһын үлтерә, аҙаҡ үҙенә ҡул һалырға маташа, тик килеп сыҡмай. Был ваҡытта ул улы менән туғандарында була. Ирҙең ҡылығының сәбәптәре әле асыҡланмаған. Хәлде күршеләр күреп ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәр саҡырта. Табиптар баланы ҡотҡарып ҡарай, тик һуң була. Ир ауыр хәлдә дауаханала, әле дауалана. Полиция тикшереү үткәрә. Фото: "Башинформ".