Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар...

11-17 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Алкоголде ҡулланыуҙы һәм уға бәйле үлем осраҡтарын, сирҙәрҙе кәметеү аҙналығын уҙғара. Ошоға бәйле ҡайһы бер статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалырға саҡырабыҙ: * Рәсәй алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күләме буйынса донъяла бишенсе урында тора. "Рәсәй – иң күп эскән ил" тигән стереотип раҫланмай: был исемлектә тәүге урындарҙы Литва һәм башҡа Европа илдәре биләй. * 41 ил дәүләт кимәлендә магазиндарҙа ҡаты алкоголь һатыуҙы тыйған. Улар араһында Һиндостан, Исландия, Мысыр һәм Швеция бар. * Араҡы – донъяла иң киң таралған алкоголь эсемлеге. Йыл һайын Ер йөҙөндә 5 миллиард литрҙан ашыу араҡы эсәләр! Ә 31 ғинуарҙа араҡының “тыуған көнө” билдәләнә: 1865 йылда, нәҡ ошо көндө Дмитрий Менделеев «Спирттың һыу менән ҡатнашыуы тураһында» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. * Алкоголь мейенең эшен туҡтата, интеллектҡа кире йоғонто яһай. Алкоголле эсемлекте даими ҡулланғанда, интеллект күрһәткестәре даими рәүештә түбән буласаҡ. * Даими эскән кешенең ғүмере ныҡ ҡыҫҡара. Эскән кешеләр башҡаларҙан уртаса 10-15 йылға аҙыраҡ йәшәй. * Алкоголь көслө күнегеү тыуҙыра. Уны хатта саҡ ҡына, «үлсәп» кенә ҡулланғанда ла, ошо доза ла бойондороҡлоҡ булдырыуы ихтимал. *Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла 7-8 миллион кеше эскелектән, 700 мең самаһы Рәсәй гражданы иҫерткес эсемлектәр менән бәйле сәбәптәрҙән вафат була. Рәсәйҙә ирҙәрҙең 30% һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 15% үлеме спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға туранан-тура йәки ситләтеп бәйле. * Бауыр циррозынан үлеүселәрҙең 68%, панкреатиттан үлеүселәрҙең 60%, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүселәрҙең 23% төп сәбәбен алкоголле эсемлекте артыҡ ҡулланыу тәшкил итә. Ауыр енәйәттәрҙең 90%, юл-транспорт ваҡиғаларының 60% иҫерек килеш яһала. Эскелек һаҙлығына юлыҡмауҙың бер генә һөҙөмтәле юлы бар – бөтөнләй эсмәгеҙ, айыҡ тормош юлын һайлағыҙ! Фото: minzdrav.permkrai.ru