Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балаларығыҙ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме?

Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә 14 сентябрь 18.30 сәғәттә Аҡмулла университеты нигеҙендә Виктория Шиманскаяның “Хис-тойғола уйын һәм уйында хис-тойғо. Хис интеллектын үҫтереүҙә уйын нисек ярҙам итә” тигән лекцияһы тәҡдим ителә. Виктория Шиманская – эмоциональ интеллект үҫеше буйынса эксперт, психология фәне докторы, бестселлерҙар авторы, МГИМО, РАНХиГС уҡытыусыһы, эре һанлы белем ресурстарын булдырыусы. Был - ата-әсәләр өсөн асыҡ лекция – балалар фестивалдең башҡа майҙансыҡтарында мауыҡҡанда, уларға мотлаҡ барып тыңларға кәрәк. Үҙ балаларығыҙ, уларҙың үҫеше һәм тәрбиәләү алымдары тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, килегеҙ. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура трансляция ойошторола, ә инде оффлайн ҡатнашып, спикерға туранан-тура һорау бирә алыу күпкә ҡыҙығыраҡ. Ҡатнашыу бушлай. Бында теркәлергә: https://forms.gle/ceswbjrNq55HFqUf9 Үткәреү урыны: Октябрь Революцияһы урамы, 3А, 206-сы аудитория. “Әйҙә уйнарға” фестивале тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бында: https://айдаиграть.дети/