Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был проблема уҡытыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә борсой

Бөгөн “Башинформ” агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһы йәмғиәтебеҙҙәге иң сетерлекле мәсьәләләрҙең береһенә арналды. Мәктәптә күмәкләп бер баланы ҡыйырһытыу-эҙәрлекләү йәки, заманса әйткәндә, “буллинг” күренеше һәр осорға ла хас булған һәм бөгөн дә ул осрай. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин, республика Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге мөдире Илмир Ғәниев, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина һәм Мәғариф министрлығының штаттан тыш баш педагог-психологы, психология фәндәре кандидаты Лилиә Халиҡова ошо конференцияла билдәләп үткәнсә, ул балалар араһындағы тәрбиә эшен ныҡлы контролдә тотҡан учреждениеларҙа осрамай. Була ҡалғанда ла уның буйынса кисекмәҫтән сара күрәләр. Спикерҙар әйтеүенсә, буллинг менән шөғөлләнгәндәрҙең иң ҡурҡҡаны – уларҙың ҡылыҡтарының фашланыуы, коллектив тикшереүенә сығарылыуы. “Шуға күрә ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға бындай ваҡиғалар буйынса һөйләшеү ойоштороуҙан һис уңайһыҙланырға ярамай”, – тине педагогтар. Конференцияла буллингтың төрлө төрҙәре буйынса һөйләшеү булды: балаларҙың баланы ҡыйырһытыуы, ҡайһы бер педагогтарҙың айырым балаларға ҡарата насар ҡарашы, ата-әсәләр һәм балаларҙың күмәкләп педагогты эҙәрлекләүе... Был туралағы тулы мәҡәләне “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ. Автор фотоһы.