Мәскәүҙә "ЭкваТэк 2023" һыу тармағы өсөн ҡорамалдар күргәҙмәһе асылды. Бында Рәсәйҙең һыу һәм һыу үткәреү-канализация хужалығы инфраструктураһын үҫтереү өсөн илебеҙ асыштары тәҡдим ителгән. Күргәҙмә «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә. «Таҙа һыу» федераль проекты 83 төбәктә тормошҡа ашырыла: бөгөнгә илдә йәшәүселәрҙең 88 процентын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә өлгәшелде, ә ҡала халҡы өсөн был күрһәткес 94% тәшкил итә. "ЭкваТэк"ка бөтә Рәсәйҙән ҡорамалдар етештергән һәм хеҙмәттәр күрһәткән предприятиелар киләсәк, шул иҫәптән Башҡортостандан - илдең 30 төбәгенән йәмғеһе 400-ҙән ашыу компания. Сит илдәрҙән ҡатнашыусылар Белоруссиянан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Сингапурҙан һәм Тайвандән киләсәк. Күргәҙмә сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре, инженерҙар, экологтар һәм тармаҡтың башҡа профессионалдары өсөн форум үтә. Фото: ЭкваТэк 2023 күргәҙмәһенең матбуғат хеҙмәте.