Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡунаҡтар "Ал сәскә" уйын-спектаклендә ҡатнашасаҡ

14 сентябрҙән 17-нә тиклем Совет майҙанында тәүге тапҡыр «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын фестивале ойошторола. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен был көндәрҙә уйындар, квестар, йәнһүрәттәр һәм, әлбиттә, спектаклдәр көтә. Йәш тамашасылар өсөн махсус рәүештә Дәүләт академия рус драма театры актерҙары ғәҙәти булмаған бүләк әҙерләгән. Танылған яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаков яҙған «Ал сәскә» әкиәтен улар байрам ҡунаҡтары ҡатнаша алырлыҡ интерактив уйын формаһында күрһәтә. Беҙгә билдәле сауҙагәр менән бергә алыҫҡа юлланырға - сит илдәргә барырға һәм яратҡан төпсөк ҡыҙы өсөн кәрәкле сәскәне табырға тура киләсәк. Һәм ҡыҙҙың изге һәм һиҙгер йөрәге арҡаһында ҡурҡыныс ғифритте аяныслы яҙмыштан ҡотҡарыуҙы, һөҙөмтәлә йәштәргә бәхет теләп, уларҙың туйҙарын күрергә мөмкин буласаҡ. Һеҙҙе 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ла Совет майҙаны сәхнәһендә көтәләр! «Әйҙә уйнарға» уйындары фестиваленең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/