Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡтар Динисты һуңғы юлға оҙатты

Баймаҡтар тағы ла бер батыр улын юғалтты. Кисә Баймаҡ ҡалаһынан Динис Туюшовты һуңғы юлға оҙаттылар. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев түбәндәге яҙманы ҡалдырған. “Динис - ысын Ватан һаҡсыһы, хәүефкә ҡарамаҫтан, антын боҙмаған һәм ҡыйыу булып ҡалған, аҙағынаса Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен, бөтә рәсәйҙәрҙең именлеген яҡлаған. Динис 2023 йылдың июненән Даян Мурзин исемендәге башҡорт ирекле батальонында хеҙмәт итте. Арабыҙҙан йәштәрҙең китеүе бигерәк тә ауыр. Был - туғандары, һәр беребеҙ өсөн ҙур юғалтыу. Уның бөтә туғандарының, дуҫтарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ул көслө шәхес, көслө рухлы кеше булды. Беҙ уны һәр ваҡыт шулай хәтерләйәсәкбеҙ. Ватан һаҡсыһына баш эйәбеҙ!”- тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. Динис Викторович үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградланған. Беҙ ҙә Динистың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Геройҙың йәне йәннәттә булһын! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.