Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Октябрьскийҙа фестиваль үтте

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында “Баланы спортҡа алып кил” фестивале үтте. Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә уҙҙы. Октябрьскийҙың үҙәк майҙанында спорт секциялары булдырылды. Фестивалдә грек-рим көрәше, акробатика, самбо, дзюдо, волейбол, биатлон, хоккей, шахмат, бокс, футбол, йөҙөү, бадминтон, баскетбол, кикбоксинг һәм башҡа спорт төрҙәре тәҡдим ителде. Шулай уҡ урында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” муниципаль тест үткәреү үҙәге булдырылды. Тренерҙар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, спорт мәктәбенә ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. “Йылдан-йыл беҙҙең ҡалала спорттың төрлө төрҙәре менән ҡыҙыҡһынған кешеләр арта бара. Киләсәктә ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа яңы исемдәр ишетербеҙ тип ышанабыҙ”, – тип билдәләне ҡала хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Илдар Рамаҙанов. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото

Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында “Баланы спортҡа алып кил” фестивале үтте. Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә уҙҙы. Октябрьскийҙың үҙәк майҙанында спорт секциялары булдырылды. Фестивалдә грек-рим көрәше, акробатика, самбо, дзюдо, волейбол, биатлон, хоккей, шахмат, бокс, футбол, йөҙөү, бадминтон, баскетбол, кикбоксинг һәм башҡа спорт төрҙәре тәҡдим ителде. Шулай уҡ урында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” муниципаль тест үткәреү үҙәге булдырылды. Тренерҙар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, спорт мәктәбенә ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. “Йылдан-йыл беҙҙең ҡалала спорттың төрлө төрҙәре менән ҡыҙыҡһынған кешеләр арта бара. Киләсәктә ҡала, республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа яңы исемдәр ишетербеҙ тип ышанабыҙ”, – тип билдәләне ҡала хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Илдар Рамаҙанов. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф