Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ирәндектә ятҡылыҡтар эшкәртелмәйәсәк!

Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙансығында эҙләнеү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу мәсьәләһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе. "Был райондарҙа һәм, дөйөм алғанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе биләмәлә ниндәй эштәр алып барылыуы борсой. Федераль ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу агентлығы менән бик көсөргәнешле һөйләшеү булды. Беҙҙе ишеттеләр. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан был хәбәрҙе халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү әүҙем бара, әммә беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй теймәҫкә кәрәклеген белергә тейешбеҙ", – тине республика Башлығы оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов аңлатыуынса, 1 мартта Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән подрядсы араһында республиканың Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла майҙансығында оксидлы марганец мәғдәненә эҙләнеү эштәрен үткәреүгә контракт төҙөлгән. "Контракт шарттары буйынса подрядсы 2025 йылға тиклем Фәйзулла майҙансығының геологик төҙөлөшөн тикшерергә, эҙләү шарттарын әҙерләргә, перспективалы марганец зоналарын билдәләргә тейеш ине. Беҙҙең республикала марганец запасы үткән быуаттың 30-40 йылдарында уҡ асыҡланған һәм тасуирланған. 60-70 йылдарҙа геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Һәр 30-40 йыл һайын тәбиғәт ресурстары тураһында мәғлүмәт дәүләт тарафынан системалы рәүештә яңыртыла. Шулай итеп, эштәр Рәсәй ер аҫтын инвентаризациялау буйынса дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарылды. Әлеге ваҡытта бындай эштәр бөтә ил буйынса 10 участкала, шул иҫәптән Тымыҡ океанда ла, үткәрелә. Шуныһы мөһим: лицензия файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы күҙ уңында тотмай. Ғәмәлдә компания элекке эштәрҙең геологик, геохимик һәм геофизик материалдарын йыйыуҙы, системалаштырыуҙы, анализлауҙы үҙ эсенә алған тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса геологик мәғлүмәт отчеты бирелде. Унда марганец мәғдәненең сифаты арҡаһында артабанғы эштәрҙе үткәреүҙең файҙаһыҙлығы билдәләнде. Быйыл июнь айында Әбйәлил районындағы Көньяҡ Ниязғол майҙансығына аукцион үткәрелмәүе лә ошоноң менән аңлатыла. Бер ғариза ла бирелмәне. Шуға күрә, ҡануниәткә ярашлы, Роснедра һәм подрядсы ағымдағы йылдың 29 авгусынан яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе буйынса дәүләт контрактын өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте”, – тип аңлатты вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. Уның һүҙҙәренсә, уҙған йылдың сентябрендә республика Башлығының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына биргән йөкләмәһе контрактты өҙөү буйынса мөһим һәм әһәмиәтле факторҙарҙың береһе булды. Был йөкләмә Ирәндек һырты районында айырыуса һаҡланған биләмә булдырыу мәсьәләһенә ҡағыла. Фәйзулла майҙансығындағы бөтә эштәр Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия контроле аҫтында алып барылды. Ул ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса эште дауам итәсәк. “Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында Көньяҡ Фәйзулла ятҡылығы ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның тураһында XIX быуатта уҡ билдәле була, сығарылған запастарҙы баһалау буйынса тикшеренеүҙәр 1990 йылдарҙа үткәрелә. Әммә баһалау мәғлүмәттәренә ярашлы, был ятҡылыҡта марганец запастары күләме ҙур түгел һәм уны сәнәғәт күләмендә сығарыуҙың үҙҡиммәте донъя баҙарындағы мәғдән хаҡынан юғарыраҡ буласаҡ, – тип аңлатты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев. – Марганец сеймалы Рәсәйҙә сығарылмай тиерлек, ә Габондан, Һиндостандан һәм башҡа илдәрҙән һатып алына, йылына 1-1,2 миллион тонна импортлана. Рәсәйҙә марганец ферросплавтары етештереү буйынса бер нисә предприятие бар. Ҡоростоң үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн махсус өҫтәмә йылына 600 мең тонна самаһы етештерелә. Марганец мәғдәнен Уралда, Кемерово өлкәһендә, башҡа төбәктәрҙә сығарырға маташтылар, әммә эш аҙағына тиклем алып барып еткерелмәне. Төп сәбәп финанс мәсьәләләренә ҡағылды. Башҡортостанда бөгөн бер нисә марганец мәғдәне ятҡылығы асыҡланған. Республикала сеймалдың дөйөм запастары 1,5–2 миллион тонна тирәһендә баһалана, әммә уларҙы сәнәғәттә үҙләштереүҙең иҡтисади перспективалары ҙур һорау тыуҙыра”. "Ирәндек һыртында геологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙе туҡтатыуҙы дөрөҫ тип атарға мөмкин, – тип иҫәпләй гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов. – Был биологик төрлөлөктө һәм тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Республикала социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлау контексында ҡарарҙың мөһимлеген баһалап бөткөһөҙ. Этнополитолог һәм тарихсы булараҡ, шуны билдәләп үтергә теләйем: Ирәндек һырты башҡорт фольклорында һәм хәҙерге заман әҫәрҙәрендә йыш осрай". "Башҡортостандың Баймаҡ районында һүҙ Ирәндек һырты районында урынлашҡан Фәйзулла майҙансығының марганец мәғдәне запастарын эшкәртеү тураһында түгел, ә баһалау буйынса геологик эҙләнеүҙәр үткәреү хаҡында барҙы, – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөков. – Эштәр “Тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү һәм файҙаланыу” дәүләт программаһына ярашлы Роснедра бойороғо нигеҙендә планлаштырылды. Әммә был пландар урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырҙы – был осраҡта уларҙы аңларға мөмкин. Алтын сығарыу компаниялары йыш ҡына разведка үткәреү маҡсатында майҙанға инә, ә ысынында шунда уҡ мәғдән сығара башлай. Марганец запастары буйынса планлаштырылған тикшеренеүҙәр элек тә үткәрелгән булған, геологик минералдар запастарының үҙгәрмәүен иҫәпкә алып, Ирәндек һыртындағы эҙләнеүҙәр буйынса элекке отчеттарҙы күтәреү генә лә етә. Шуға күрә тикшеренеү эштәрен туҡтатыу һәм подрядсы менән контрактты өҙөү тураһында ҡарарҙы тулыһынса нигеҙле тип атарға мөмкин. Шул уҡ хәл Әбйәлил районы биләмәһендә марганец мәғдәндәре запастарын разведкалауға ла ҡағыла. Был объект буйынса подрядсыны һайлау өсөн аукцион үткәрелмәне. Артабан бындай тендерҙарҙы республика һәм муниципалитет етәкселеге менән кәңәшләшкәндән һуң ғына иғлан итергә кәрәк, тип уйлайым“. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Башҡортостан Башлығы указы менән 2021 йылда булдырылды. Ул республика биләмәһендә намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы күҙ уңында тота. Был структура үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Комиссия эшләгән осорҙа 355 ғәмәлдәге һәм 96 ташландыҡ файҙалы ҡаҙылма сығарыу урыны асыҡланды. Тәбиғәт ресурстарын вәхшиҙәрсә сығарған компаниялар лицензияһынан мәхрүм ителде. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым йыйыуҙы арттырырға мөмкинлек бирҙе. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 47 процентҡа артҡан, ә бюджеттың өҫтәмә килеме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Фото: Башинформ