Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан күргәҙмә компанияһына 20 йыл булды

Бөгөн ул илдең күргәҙмә бизнесы лидерҙарының береһе булып тора. Шулай уҡ күргәҙмәләр һәм форумдар һаны һәм сифаты буйынса тәүге 10 төбәк компанияһы иҫәбенә инә. Үткәрелгән саралар иҫәбендә ҙур тармаҡ һәм социаль йүнәлештәге проекттар ҙа бар. – Башҡортостан Хөкүмәте, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары булышлығында, шулай уҡ профессиональ тармаҡ ассоциациялары һәм союздары ҡатнашлығында беҙ төбәк кимәлендә генә түгел, ә бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге форумдар ойоштора алабыҙ, – тине компанияның генераль директоры Альбина Килдеғолова. Башҡортостан күргәҙмә компанияһы үткәргән проекттар араһында “Газ. Нефть. Технологиялар” Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмәһе, “АгроКомплекс” агросәнәғәт форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм башҡалар бар. Башҡортостан күргәҙмә компанияһы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендәге “Алтын Меркурий” милли премия конкурсы лауреаты, “Алтын Меркурий”, “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары” конкурстарының төбәк этаптары еңеүсеһе, 2017 һәм 2019 йылдарҙа “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы еңеүсеһе, шулай уҡ Russian Business Travel&Mice award 2022 премияһы лауреаты булып тора. Фото: