Бөгөн иртә менән илебеҙҙә саҡ оло фажиғә булманы. Сочиҙан Омск ҡалаһына осоп барған самолет һауала боҙола: уның гидросистемаһы көйһөҙләнә башлай. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыр өсөн экипаж судноны Новосибирск янындағы баҫыуҙа ултыртырға ҡарар итә. Билдәле булыуынса, бортта 159 пассажир, алты экипаж ағзаһы булған. Шул иҫәптән 23 бала, икәүһенә бер йәш тә тулып өлгөрмәгән. Самолет баҫыуға килеп төшкәс, кешеләр үҙаллы траптар аша сыҡҡан. Бер кем дә һәләк булмаған һәм йәрәхәтләнмәгән. Шулай уҡ самолет та емерелмәгән, ергә төшкәс янғын булмаған. Баҫыуға ултырғас, ерҙәге ҡоролмаларға ла зыян килмәгән. Airbus A320 пассажирҙарын автобустарҙа яҡындағы ауылдың мәҙәниәт йортона алып киткәндәр. Әлегә улар шунда буласаҡ. Кешеләр пилотҡа һәм экипаж ағзаларына рәхмәт әйтә, уларҙың оҫталығы арҡаһында барыһы ла иҫән-һау. Был хәл буйынса тикшереү башланған. Фото: "Маш" телеграм-каналы.