Рәсәйҙә ғилми һөнәрҙәр буйынса навигатор эшләнде. Ул «Фән һәм университеттар» милли проекты буйынса Фән һәм технологиялар ун йыллығы сайтында эшләй башланы. Навигатор абитуриенттарҙың күпселегенә һәм артабан тормошон фән менән бәйләргә йыйынғандарға ярҙам итәсәк. Ғилми белгеслектәр буйынса навигаторҙа бөтә ил буйынса 500-гә яҡын юғары уҡыу йортоноң бакалавриат, белгеслек, магистратура һәм аспирантура йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Буласаҡ студенттар ҡыҙыҡлы йүнәлеште, төбәкте һайлай, ниндәй вуздарҙа һайланған йүнәлеште үҙләштерергә мөмкин икәнлеген белә ала. Сайтта уңайлылыҡ өсөн бөтә ғилми һөнәрҙәр ҙә һигеҙ йүнәлешкә бүленгән. Белешмә өсөн: Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин указы буйынса 2022-2031 йылдарҙа Фән һәм технологиялар ун йыллығы иғлан ителде. 2023 йылдың 28-30 ноябрендә «Сириус» федераль биләмәһендә 10 йыллыҡтың төп сараларының береһе - III Йәш ғалимдар конгресы үтә. Фото: volsu.ru