Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡатынының һәм ҡыҙҙарының ҡырҡы етеүгә Ринат аңына килгән

Стәрлетамаҡ районынан Гөлнара исемле ҡатын ике бәләкәй балаһы менән Мари Илендә көслө дауыл ваҡытында һәләк булған ине. Был хаҡта хәбәр иткәйнек. Яҡташыбыҙҙы ҡыҙҙары - ике йәшлек Йәсминә һәм ике айлыҡ София менән тыуған яғына алып ҡайтып ерләнеләр. Ире Ринат ауыр хәлдә реанимацияла ята ине. Ғаилә Татарстандың Питрәш районында йәшәгән. "Ватаным Татарстан" гәзите белдереүенсә, әле Ринат аңына килгән, дауахананан сыҡҡан. Улар Ринаттың апайы Фәриҙәнән ҡустыһының хәле тураһында һорашҡан. "Шөкөр, Ринат дауахананан сыҡты. Киленебеҙ һәм туғандарымдың ҡырҡы булды, аят ашын ҡоҙағыйҙарҙа үткәрҙек. Зыяратҡа ла барҙыҡ. Барыбыҙға ла бик ауыр. Иң ҡыйыны Ринатҡа инде. Үҙ хәлен үҙе генә белә, - тигән Фәриҙә ханым. - Тормош дауам итә. Нисек тә йәшәргә, көслө булырға кәрәк. Киленебеҙ менән һеңлеләребеҙҙең рухы тыныс, урындары ожмахта булһын". Ринатҡа барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, күңел тыныслығы табыуын теләйбеҙ. Фото һәм текст сығанағы: "Ватаным Татарстан".