“Матур һүҙҙәр һөйләп кенә балаға яҡшы тәрбиә биреп булмай. Ул педагогтың үҙен тотошона, ҡылған эштәренә, туған теленә, иленә мөнәсәбәтенә нығыраҡ иғтибар бирә, быларҙың барыһын да күңеленә һеңдерә, өлгө итеп ала”, – ти Өфө ҡалаһындағы 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова. Ул Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында Әминевтәрҙең ишле ғаиләһендә тыуған. Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алғандан һуң БДУ-ның Сибай филилалында уҡый, һәр ҡайҙа әүҙемлеге, һәләтлелеге, рухлылығы менән ихтирам ҡаҙана. Институттағы барлыҡ сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы була, ҡалалағы телевидениела ла эшләй. Быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның магистратураһын да тамамлаған. “Бәләкәй саҡтан педагогтарҙың хеҙмәтенә һоҡланып үҫтем, туғандарым араһында ла уҡытыусылар күп булды, – ти Әлиә. – Әлеге балалар баҡсаһында 2020 йылдан бирле эшләйем. Полилингваль төркөмдә еңелдән түгел, әлбиттә, сөнки тәрбиә, белем биреү башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барыла. Тимәк, барыһын да төплө белеү мөһим”. 18-се башҡорт балалар баҡсаһында рухлы, тәжрибәле коллектив тупланған. Ҡала мөхитендә үҫкән йәш милләттәштәребеҙҙе башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, телмәрҙәрен байытыу йәһәтенән комплекслы эш алып барыла бында. Әлиә Риза ҡыҙы, халҡыбыҙ фольклорына, декоратив-биҙәү сәнғәтенә таянып, туған телебеҙҙә интерактив, дидактик уйындар әҙерләй. Үҙ материалдары менән тәрбиәселәрҙең ҡала, район методик берләшмәләре йыйылыштарында, семинарҙарҙа сығыш яһай. Өс йыл эсендә байтаҡ уңыштарға өлгәшкән. Мәҫәлән, 2021-2023 йылдарҙа “Һаумы-һаумы, әкиәт!” ҡала, төбәк-ара конкурстарында Ишдәүләтовтар “Ғаилә менән сәхнәләштереү” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған, ә быйыл улдары Ильяс “Йәш әкиәтселәр” номинацияһында ҡалала 2-се урын яулаған. Әлиә Риза ҡыҙы былтыр Өфөнөң Ленин районында “Йыл тәрбиәсеһе” тип танылған. Быйыл баш ҡалала уҙғарылған “Педагог-оҫта” һөнәри конкурсында еңеү яулап, һөҙөмтәлә хәҙер йәш коллегаларына оҫталыҡ кластары үткәрә. Ул үҙе лә, тәрбиәләнеүселәре лә Өфөлә ойошторолған, башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән “Илһам”, “Бишек йыры” һ.б. конкурстарҙа йыл да ҡатнаша, еңеүгә, призлы урындарға лайыҡ була. Әлиә Риза ҡыҙы тырыш хеҙмәте өсөн Өфө ҡалаһы, уның Ленин районы хакимиәттәренең грамоталары, рәхмәт хаттары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Уңған тәрбиәсе заманса түшелдеректәр, селтәрҙәр эшләй. Балалар өсөн шиғырҙар ҙа яҙа. “Башҡорт фольклоры, мәҙәниәте менән электән ҡыҙыҡһынам. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина “Урал батыр” эпосын тасуири итеп, бөтөн күңелеңде һалып һөйләргә өйрәткәйне. Һөҙөмтәлә мин республика конкурсында 1-се урын яуланым. Шул ваҡыттан алып сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләндем, ошо арҡала әле тәрбиәләнеүселәремә эпос тураһында еңел, ябай телдә аңлатам, өҙөктәрен ятлайбыҙ. Ғөмүмән, йәш милләттәштәремде телһөйәр, рухлы итеп үҫтереү – эшемдә төп маҡсатым”, – ти Әлиә Риза ҡыҙы. Ул ире Вәсил Хәләф улы менән ике бала үҫтерә. Йәш ғаиләлә милли мөхит булдырылған. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Ильяс менән Мирас туған телебеҙҙә таҙа һөйләшә, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. “Ата-әсәгә өйҙә лә, эштә лә әүҙем булыу мөһим. Һинең янып йәшәүеңде, шөғөлдәреңде күреп, балалар үҙҙәре лә тоҡанып, дәртләнеп китә. Уларҙың күңелен үҫтерәйек, “ҡуҙ” һалып торайыҡ”, – тигән теләктә юғары квалификациялы тәрбиәсе һәм уңған әсәй. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Әлиә Ишдәүләтованың шәхси архивынан алынды.