Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юғалған малай

Иртән улы Динарҙы атаһы менән бергә балалар баҡсаһына оҙатҡас, Лилиә үҙе лә эшкә барырға йыйына башланы. “Бөгөн Динарҙы һин алып ҡайтырһың инде, беҙҙең эштә онлайн тәртибендә осрашыу үткәрелә, бүлек мөдире булғас, башҡаларҙан да алда ҡайтып китә алмайым”, – тине ире Камил ишектән сыҡҡанда. ... Эш көнө аҙағына яҡынлаша ине. Лилиә телефоны шылтырағанға алып ҡараһа, Динарҙың балалар баҡсаһындағы тәрбиәсеһе Дилә Ислам ҡыҙы икән. Ул ошо һөнәрендә әле бер йыл ғына эшләй, әммә уңғанлығы менән абруй ҡаҙанырға ла ла өлгөрҙө. Тәрбиәсенең Динарҙы яратып-һөйөп йөрөтөүе, хәстәрлелеге Лилиәгә бик оҡшай. Ҡайһы саҡта ул шылтыратып баланың хәлен дә белешә, уның балалар баҡсаһында нисек йөрөүе тураһында хәбәрҙәр еткерә, әсәнән кәңәштәр ҙә һорай. Тик был юлы уның хәбәре көтөлмәгәнсә булды. – Лилиә ханым, аптырағандан шылтыратам, – тине ул иламһыраған тауыш менән. – Динар юғалды... – Нисек инде, юғалды!? Ҡайҙа? Ҡасан? – Лилиәнең өҫтөнө бер биҙрә һалҡын һыу һиптеләрме ни... – Белмәйем шул, мин сменаны ҡабул иткәндә балалар тыштағы майҙансыҡта уйнап йөрөй ине. Исемлек буйынса иҫәпләп ҡараһам, Динар юҡ! Эҙләмәгән еребеҙ ҡалманы... Килегеҙ инде тиҙерәк! – Хәҙер барам! Хәҙер! – йүгереп сығып барған ыңғайы Лилиә иренә шылтыратты. Тик Камил алманы. “Эй-й, ул кәңәшмәлә бит әле, телефоны кабинетында ҡалғандыр инде...” Урамға атылып сығып, үтеп барған таксиҙы туҡтатты, һәм, ун минут самаһы үтеүгә, ул балалар баҡсаһында ине. Бала юғалыу сәбәпле, бында ығы-зығы баралыр тип көткәйне, тик бөтә ерҙә тынлыҡ. – Ҡайҙа Динар? – Лилиә ашап ултырған балаларға күҙ һалды, улы бында юҡ. – Миңә билдәле түгел шул, – тине бала ҡараусы ҡатын. – Дилә Ислам ҡыҙы мөдирҙә, һөйләшәләр. Мөдир бүлмәһенә ашығып китеп барғанда ул бер төркөм тәрбиәселәргә бәрелә яҙҙы. – Бөтә ерҙә эҙләнек инде... – тип ҡулдарын йәйҙе мөдир. – Һуң, видеокамералар бар бит! – тип иламһыраны Лилиә. – Уларҙы ҡарайыҡ, Динарҙың ҡайҙа китеп барғанын күрербеҙ. – Камералар икенсе көн инде эшләмәй, – тип баш сайҡаны Мәүлиҙә Сәйфетдин ҡыҙы. – Хеҙмәтләндереүсе компанияға кисә үк шылтыраттым, һаман килмәйҙәр. – Улай булғас, ни эшләп торабыҙ һуң!? – Лилиә иҫенән яҙып ҡолар хәлгә етеп килә ине. – Бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырайыҡ, эҙләйек! – Табылыр, ныҡ борсолмағыҙ, – тине мөдир. – Хәҙер полиция наряды килә. Шау-шыу күтәрергә кәрәкмәй, башҡа ата-әсәләрҙе ҡурҡытырға теләмәйһегеҙҙер бит... – Мин баламды эҙләп табыуығыҙҙы теләйем! – тип ярһып ҡысҡырҙы Лилиә. Тиҙҙән полиция килде, улар һорау алыу, хәлде асыҡлау эшен башланы. Лилиә ярһығандан-ярһый барҙы: баланы эҙләргә кәрәк, ә улар ҡағыҙ тултырыу менән мәшғүл! Дилә Ислам ҡыҙы Лилиә янынан китмәне, ә мөдирҙең кинәт хәле насарайып китте, уға “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мәжбүр булдылар. Уның ҡарауы, полиция Камилға шылтырата алды һәм бер аҙҙан һуң ул да балалар баҡсаһында ине. – Камил, улыбыҙ юғалды! – Лилиә, илап, уға ташланды. – Беләм, әйттеләр. Ҡурҡма, хәҙер табырбыҙ... – тине тегеһе. Әммә эҙләү һөҙөмтә бирмәне. Ҡараңғы ла төштө, башҡа сабыйҙарҙы алып ҡайтып бөттөләр. Камил ҡатынына тынысландырғыс дарыу ҙа бирергә ынтылды, тик Лилиә баш тарта ине. Ул башҡалар менән бергә балалар баҡсаһы тирәһендәге йорттар араһында улын эҙләүҙе дауам итте. Тик бер аҙҙан, иҫтән яҙып, иренең ҡулдарына ҡоланы. Күҙҙәрен асҡас, өйөндә ятыуын һәм эргәһендә яҡын әхирәте Фәниә ултырыуын күрҙе. – Таптығыҙмы? – тип һикереп торҙо ул. – Юҡ, Лилиә, борсолма, эҙләйҙәр. Камил бөтә тырышлығын һала, башҡалар ҙа... – Лилиәнең фатирҙан сығырға ашҡыныуын күреп, ул әхирәтен туҡтатты. – Туҡта! Һин бер нисек тә ярҙам итә алмайһың. ... Камил таң атыр алдынан ғына ҡайтты. Ул арыған-талсыҡҡан ҡиәфәттә ине. “Ҡана, ашайым да, йоҡлап алам”, – тине ул. – Ашайым? – тип ҡысҡырҙы Лилиә. – Улыбыҙ юғалған, ә һин тыныс ҡына ашап ултырырға итәһеңме? – Кисә иртәнән бирле тәғәм ризыҡ ҡапманым! – тип ҡысҡырҙы Камил да. – Мин дә аңымды юғалтып ҡолаһам, һәйбәт булырмы ни? Фәниә әхирәтен ҡосаҡлап алды ла, йоҡо бүлмәһенә алып китте. – Асыуланма, ул үҙен-үҙе тота алмай, – тине ул, ҡабат Камил янына килеп. – Әйҙә, үҙем ашарға һалам. Шул саҡ кемдер ишеккә шылтыратты. Асһалар. Дилә Ислам ҡыҙы, ҡулында ... йоҡоға талған Динар! Бөтәһе ла аһ итте, Лилиә “Улым!” тип баланы алырға ташланды. Камил, баланы ҡайҙа табыуҙарын һорарға тип боролһа, Дилә Ислам ҡыҙы сығып та киткән икән. Камил уның артынан баҫҡыс буйлап аҫҡа йүгерҙе. – Полицияға шылтыраттым, баланың табылыуын әйттем, – тине ул, бер аҙҙан әйләнеп ҡайтҡас. – Динар балалар баҡсаһы янындағы йорттағы подвалда булған, унда урам яғына ҡараған ҙур ярыҡтар бар, ти, шуның аша үткән, бәлки, бесәй йәки көсөк артынан барғандыр. Дилә Ислам ҡыҙы иртәнгә хәтлем баланы эҙләүҙе дауам иткән, үҙен ғәйепле лә һиҙә бит инде, бала урамда күренмәгәс, подвалдарға төшөп тә эҙләгән, Динар шунда йоҡлап ята ине, ти. Йөрөп ятһа, күрерҙәр ине. – Тапҡас, уға рәхмәт әйтеп, бүләк тә бирергә ине, – тине Фәниә. – Эйе, бүләк һиңә, ул тапты, ләкин юғалтыусыһы ла ул бит, – тип һуҡранды Лилиә. – Бында ул ғәйепле түгел, – тип ҡаршы төштө ире. – Ул сменаны ҡабул иткәндә үк Динар булмай сыҡҡан бит. ... Бер нисә көн үтте. Лилиә улын балалар баҡсаһына алып барырға ҡурҡа ине, шуға күрә эшендә бер аҙналыҡ түләүһеҙ ял алды ла, Динар менән бергә өйҙә ултырырға булды. – Һин, әхирәт, иреңде бик игәмә инде, күреп торам бит, – тине Фәниә бер килгәнендә. – Тынысланыу өсөн ваҡыт кәрәк, аңлайым. Ләкин Камил да шулай уҡ стресс кисерҙе бит. Бына бөгөн шәмбе, ә ул өйҙә юҡ, ҡайҙа китте һуң? – Ҡала хакимиәтенә китте, – тине Лилиә. – Унда алдынғыларҙы бүләкләйҙәр бөгөн, Дилә Ислам ҡыҙы ла аласаҡ, исемлеккә уны кисә генә индергәндәр. – Ә ниңә һин өйҙә ҡалдың? Ул һеҙҙең баланы ҡотҡарған бит, уға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт түгел һинең был ҡылығың. – Ҡурҡам, урамға сыҡһам, ниндәйҙер хәүеф янар кеүек, – тине Лилиә төшөнкө тауыш менән. – Камилға ла әйттем, бармайым тип. – Тик юҡҡа ҡурҡаһың, тынысланырға ваҡыт инде, әйҙә, йыйын, киттек, мин дә һинең менән бергә барам, Динарыңды икәүләп ҡарарбыҙ, – тип өгөтләүен дауам итте Фәниә. Улар килгәндә сара башланмағайны әле. Камил күренмәй залда, ни өсөндөр Дилә Ислам ҡыҙы ла юҡ шикелле. – Коридорға сығып, Камилға шылтыратайым әле, бында музыка көслө, – тип, улын әхирәтенә ҡалдырып, Лилиә сығып китте. Иренең номерын йыйғас та, ул Камилдың телефонын да ишетте. Бәй, уның телефон тауышы ишек аша күрше бүлмәлә генә ишетелә түгелме... Эйе шул, уны башҡа телефондыҡы менән бутарлыҡ та түгел. Тик Камил яуап бирергә ашыҡмай. “Ә ниңә ҡатының шулай йыш шылтырата ул?” – был таныш тауышты ишетеп, Лилиә ишек тотҡаһына һуҙған ҡулын кире төшөрҙө. Дилә Ислам ҡыҙының тауышы бит. Эй-эйе, тап уныҡы... – Күреп тораһың, уға яуап биргем дә килмәй, – быныһы Камилдың тауышы ине. – Ялҡытты. Һинең менән генә булғым килә, Диләкәйем. – Мин дә, – тине тегеһенең иркә тауышы. – Динар юғалғас, көнө-төнө эҙләнем, ә һинеке өйөндә ял итеп ятты. Балалар баҡсаһына ла улыңды хәстәрләү, иртән уны алып килгәнеңдә һинең менән осрашыу өсөн урынлаштым. Иртән мине ҡосаҡлап үбеп сығып китеүең көнө буйы эшкә дәрт бирә... Тик ҡасан миңә күсеп килерһең икән!? Бер йылдан ашыу бит мөхәббәтебеҙгә... Лилиә аяҡтары ҡалтырап китеүен һиҙҙе. Бына нисек икән... Ишекте асырға ынтылды ла, кире уйланы. Тиҙ генә залға инеп ултырҙы. Ул артабан нимә эшләргә икәнен белә ине инде... Тәүҙә Дилә Ислам ҡыҙы күренде, биш минуттан Камил килеп инде. Динар йүгереп барып атаһын ҡосаҡланы. Ҡатыны менән улын күреүҙән аптырауы Камилдың йөҙөнә сыҡҡайны. – Килмәйем тигәйнең дә... Ярай, һәйбәт булған, – тип ҡуйҙы ахырҙа. Тиҙҙән тантана ла башланды. Лилиә наградалар тапшырыуҙы вайымһыҙ ғына ҡарап ултырҙы. Ул Диләнең сыҡҡанын көтә ине. Уға награда һәм гөлләмә тапшырылғас та ул ҡулын күтәрҙе: – Бер-ике һүҙ әйтергә мөмкинме, Урал Ҡасимович? – Әлбиттә, – тине хакимиәт башлығы. – Белеүемсә, ул – юғалған малайҙың әсәһе. Баланы ҡотҡарыусыға рәхмәт әйтергә теләй. – Дөрөҫ, Дилә Ислам ҡыҙына ҙур рәхмәт, – тип башланы Лилиә. – Ул бөтәһенә лә шатлыҡ килтерә, шул иҫәптән минең иремә. Айырыуса, уның түшәгендә саҡта. Бөгөн белеүемсә, балалар баҡсаһына ла ул беҙҙең ғаиләгә яҡыныраҡ булыу өсөн урынлашҡан. Үтә йылғыр ҡыҙыҡай. Улымды ла махсус йәшереп ҡуйыуына, аҙаҡ, уны тапҡан кеше булып, герой булырға маҡсат ҡуйғанына шикләнмәйем хәҙер. Бигерәк тә һөйәрен үҙенә нығыраҡ ҡаратыу өсөн. Әйҙәгеҙ, тыңлап ҡарайыҡ: бөтә ҡала таба алмай, ә ул тиҙ генә тапты, нисек итеп? Баланы урлауҙары тураһында бөгөн үк полицияға ғариза яҙам. Ә һиңә, ҡәҙерле иркәйем, әйберҙәреңде йыйып ҡуям, бөгөн үк енәйәтсе һөйәркәңә күсеп кит. Залда шау-шыу китте, Дилә Ислам ҡыҙы, гөлләмәһен ташлап, сығып йүгерҙе. Камил урынынан ҡуҙғалманы, әйтерһең, торорға көс тапмай ине. Шул саҡ Фәниә торҙо ла ҡул саба башланы. Тиҙҙән уға бөтә зал ҡушылды. Бер нисә көндән, тәфтиш эше барышында, Дилә Ислам ҡыҙы баланы ысынлап та урлауын таныны. Быны ул һөйгәнен ғаиләһенән тартып алырға һәм ғүмерлеккә бергә булырға тырышыуы менән аңлатты, сөнки уныһы Динарҙы бик ярата икән, шунһыҙ, йәнәһе, ғаиләһенән китмәйәсәк. – Лилиә, зинһар, айырылышмайыҡ, һин минһеҙ йәшәй алмаясаҡһың бит... – тип инәлде Камил ҡатынына. – Йәшәй алам! – тине Лилиә ғорур ғына. – Һәм мотлаҡ бәхетле буласаҡмын, тик һинең ул бәхеткә бер ниндәй мөнәсәбәтең дә булмасаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.