Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Табанығыҙ ярылып йонсотамы?

Бының сәбәптәре күп төрлө булырға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт уңайһыҙ аяҡ кейемендә йөрөү, табанға көс төшөрөрлөк эштә, йәғни "аяғөҫтө эшләү", кәүҙәнең артыҡ ауырлығы, организмға минералдар һәм витаминдар етешмәүе, аяҡ остарындағы ҡан әйләнешенең боҙолоуы, бәшмәк ауырыуынан зарарланыуы, шәкәр диабеты (ярыла башлауы сирҙең башланыуы тураһында иҫкәртә), ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, эндокрин системаһының һәм ҡалҡан биҙе гормондарының эшмәкәрлегедә тайпылыштар, бәрелеп йәрәхәтләнеү һ.б. Табандың ярылыуынан ҡотолоу өсөн иң беренсе нәүбәттә уның барлыҡҡа килтергән сәбәптәрҙе асыҡларға кәрәк. Әгәр ҙә эске ағзаларҙа проблема бар икән, табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм тулы дауаланыу үтергә кәрәк буласаҡ. Хәҙерге заманда дауаханаларҙа ярылған үксәне тәрбиәләү өсөн саралар бик күп. Өй шарттарында ла, халыҡ дауалау алымдарын ҡулланып, унан еңел ҡотолорға була. 🔴Үксә ярылғанда төрлө ванналар эшләү - иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. ✅Аҡ сәскә, һары мәтрүшкә, пәйғәмбәр тырнағы (календула), эт дегәнәге һәм башҡа үлән

Бының сәбәптәре күп төрлө булырға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт уңайһыҙ аяҡ кейемендә йөрөү, табанға көс төшөрөрлөк эштә, йәғни "аяғөҫтө эшләү", кәүҙәнең артыҡ ауырлығы, организмға минералдар һәм витаминдар етешмәүе, аяҡ остарындағы ҡан әйләнешенең боҙолоуы, бәшмәк ауырыуынан зарарланыуы, шәкәр диабеты (ярыла башлауы сирҙең башланыуы тураһында иҫкәртә), ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, эндокрин системаһының һәм ҡалҡан биҙе гормондарының эшмәкәрлегедә тайпылыштар, бәрелеп йәрәхәтләнеү һ.б. Табандың ярылыуынан ҡотолоу өсөн иң беренсе нәүбәттә уның барлыҡҡа килтергән сәбәптәрҙе асыҡларға кәрәк. Әгәр ҙә эске ағзаларҙа проблема бар икән, табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм тулы дауаланыу үтергә кәрәк буласаҡ. Хәҙерге заманда дауаханаларҙа ярылған үксәне тәрбиәләү өсөн саралар бик күп. Өй шарттарында ла, халыҡ дауалау алымдарын ҡулланып, унан еңел ҡотолорға була. 🔴Үксә ярылғанда төрлө ванналар эшләү - иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. ✅Аҡ сәскә, һары мәтрүшкә, пәйғәмбәр тырнағы (календула), эт дегәнәге һәм башҡа үләндәрҙе сиратлап, йә булмаһа, бергә ҡушып, аяҡҡа ванна эшләргә була. Бер литр һыуға бер ҡалаҡ үҫемлек алына һәм, ҡайнар һыу ҡойоп, 20-25 минут төнәтелә. Аяҡты тасҡа тыҡҡанда һыу йылы булырға тейеш. ✅Крахмал менән ванна үксәләге яраны бөтәштерә, зарарлы микроорганизмдарҙы үлтерә. Ҡалаҡ ярым крахмалды тәүҙә әҙ генә һыуыҡ һыуҙа иҙеп алырға ла 50 градусҡа тиклем эҫетелгән бер литр таҙа һыуға һалып болғатырға һәм, һыуына биргәс, аяҡты 15-20 минут тоторға. ✅Сода менән ванна көслө антисептик булып тора. Ул үксә тиреһенең өҫкө ҡатламын төшөрөргә ярҙам итә, йомшарта, елһенеүгә, бәшмәк сиренә ҡаршы яҡшы сара, аяҡтағы насар еҫте бөтөрә. Бер литр йылымыс һыуға ике балғалаҡ сода алына, аяҡты шунда 15 минут тоторға. Ай буйы аҙнаһына бер-ике тапҡыр шулай эшләгәндә, табандар шымарып, сәләмәт төҫ инер. ✅Картуф менән дауалау. Ике-өс уртаса картуфты ҡырып, уға ике-өс ҡалаҡ этил спирты өҫтәп болғатырға. Табанға әҙер массаны һылап, өҫтөн полиэтилен менән нығытҡас, уны 2-4 сәғәт тоторға. Аҙаҡ, аяҡты йыуып, май йәки крем һөртөп ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Картуф япмаһы табанды ярылыуҙан арындырыу менән бер рәттән тирене витаминдар һәм микроэлементтар менән дә туҡландыра. ✅Алоэ - табан ярылыуҙан һөҙөмтәле дауа. Был үҫемлектең шифалы үҙенсәлектәре тураһында күптән билдәле, ул - антисептик, зарарһыҙландырыусы, ауыртыныуҙы, ҡысыуҙы баҫыусы, тирене бөтәштереүсе, бәшмәктәрҙең үрсеүенә юл ҡуймаусы сара булараҡ ҡулланыла. Алоэның аҫҡы япраҡтарын бутҡа хәленә еткергәнсе ваҡлап, проблемалы урынға 10 минутҡа ябабыҙ. Был алымды көн аша ҡулланырға мөмкин. ✅Табан ярылғанда кәбеҫтә япрағын ябыу ҙа килешә. Бының өсөн уны йылытып, ҡул менән ыуғылап табанға һалып нығытып бәйләп ҡуйырға. Төнө буйы торһа ла, уның зыяны юҡ. Иртән япманы сискәс, шул урынға крем йә май һөртөргә. ✅Шулай уҡ яраны уңалдырыу өсөн сығарылған майҙарҙы һәм кремдарҙы ҡулланыу ҙа файҙаға ғына. Мәҫәлән, гөлйемеш, һырғанаҡ, һары мәтрүшкә, пәйғәмбәр тырнағы үҫемлектәренән яһалған майҙар - тирене бөтәштереүҙә һөҙөмтәле саралар. Фото: gerpespro.ru