Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең берҙәмлекте быуаттар һынаған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты булдырылыуына 235 йыл тулыуы айҡанлы фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. “Күп йылдар элек батша хөкүмәте тарафынан Өфөнөң Рәсәй исламы үҙәге булараҡ һайланыуы осраҡлы түгел – беҙҙең еребеҙ Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан, эре традицион инаныуҙар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Күрше халыҡтар менән быуаттар буйы нығынған бәйләнештәр Көньяҡ Уралға мосолман вәғәзселәрен, дингә өндәүселәрҙе килтергән. Төбәккә исламдың үтеп инеүе ата-бабаларыбыҙға Хазар ҡағанаты, Иҙел болғарҙары менән сауҙа итеүҙе юлға һалырға ярҙам иткән, мәғариф һәм мәҙәниәт төрлөлөгөн алып килгән. Башҡорт ерҙәренең байлыҡтары йыш ҡына баҫҡынсыларҙың иғтибарын үҙенә тартҡан, әммә дөйөм дин даими баҫып алыуҙарҙан һәм бөлгөнлөктән һаҡлап алып ҡалған. Шишмә районы биләмәһендә XIV быуаттың ислам миссионеры һәм мәғрифәтсеһе Хөсәйен бей мавзолейы һаҡланған. Беҙ уның тирәләй һәм Тура хан кәшәнәһе янында яңы туристик һәм мәҙәни үҙәк – Күсмә цивилизациялар музейы булдырасаҡбыҙ. Бөгөн Башҡортостан рухи һәм традицион ҡиммәттәрҙе тергеҙеү осорон кисерә, йәмғиәт йәнә дингә ҡайта. Беҙҙә бөтә донъя диндәре күрше йәшәй һәм үҫешә. Республикала бер меңдән ашыу мәсет, 380-гә яҡын православие ғибәҙәтханаһы бар. Яңынан мәҙрәсәләр асыла, Рәсәй ислам университеты эшләй. Һуңғы йылдарҙа 1 700 студент уҡыуҙы тамамланы. Республика халыҡтарының күп быуаттар буйы бергә йәшәүе, аҡыл һәм бер-беренә хөрмәтле ҡарашы этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙе тотороҡло хәлгә еткерҙе. Еребеҙҙә дини нигеҙҙә бәрелештәр юҡ. Бында йәмәғәт һәм дин эшмәкәрҙәренең генә түгел, дәүләт органдарының да, матбуғат сараларының да өлөшө ҙур. Беҙҙең дөйөм бурыс– ошо тигеҙлекте, тыныслыҡты һәм именлекте быуаттар буйына һалынған принциптар һәм традициялар нигеҙендә тыуған Башҡортостанда һаҡлау". Фото:VK.com