Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙағстан инвесторы эш урындары булдырасаҡ

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы Ҡаҙағстан инвесторы менән видеоконференция бәйләнеше режимында һөйләшеү алып барҙы. –Инвестор 360 урынлыҡ эш урыны булдырыуҙы планлаштыра, дөйөм инвестиция күләме ике миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Компания тиҙ боҙолоусы аҙыҡты ташыу өсөн вагондар – рефрижератор һәм изотермик вагондар, рефконтейнерҙарҙы илтеү өсөн автономлы универсаль платформалар етештерергә ниәтләй,– тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Инвесторға “Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһендә производство урынлаштырыу өсөн өҫтөнлөктәр бирелгән. –Беренсенән, географик яҡтан бик уңайлы, эре сәнәғәт үҙәктәренә яҡын, Транссебер тимер юлы менән бәйләнеш, М-5, М-7 федераль трассаларына сығыу мөмкинлеге бар. Икенсенән, йылдам үҫешеүсе биләмә резиденттары һалым льготаларынан һәм башҡа өҫтөнлөктәрҙән файҙаланасаҡ, – тине Рөстәм Моратов. Инвестор проект параметрҙары менән яҡшылап танышҡандан һуң Башҡортостан уға финанс ярҙамы алыуға заявка эшләүҙә, проектты презентациялау өсөн тейешле документтар әҙерләүҙә ярҙам итәсәк. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21814/