Иҫке Балтас ауылының Көньяҡ биҫтәһендәге йорттарҙың матурлығына иҫең китер. Сафыя Ғабдуллинаның ихатаһы эргәһенән тыныс күңел менән үтеп булмай, йорт тышындағы матурлыҡҡа хайран ҡалып, был йәмде тыуҙырған рәссамдың оҫталығына һоҡланып бер талай баҫып тораһың. Баҡһаң, Сафыя Ғабдуллинаның ейәне Азамат Баһауетдинов һайрар ҡош һүрәтен өләсәһенең йортона “ҡундырған”. Уның рәсем төшөрөү буйынса махсус белеме бар икән. Егет Өфөлә йәшәй, күп ҡатлы йорттарға ла рәсемдәр төшөрөүе билдәле. –Ейәнем Азамат ике йәшенән һүрәт төшөрә торғайны. Һөйләшә белмәһә лә, бәләкәйҙән рәсем төшөрөргә яратты, – ти өләсәһе. Сафыя Ғабдуллина бер нисә йыл элек Балтасҡа Илештән күсеп килгән. “Беҙҙең төбәкте яратып, кешеләрҙе хөрмәт итеп йәшәй ул. Ғүмере буйына уҡытыусы булып эшләгән. Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә үҙ өлгөһөндә яҡшылыҡҡа өндәп йәшәй. Барлыҡ балалары һәм ейәндәре Сафыя апайға ярҙам итә”, тип яҙа “Балтас таңдары”. Рифина Ниғәмәйева фотоһы.