Юл ситенән бында ла фазандар күренеп ҡала. Иҫ киткес матур үҙҙәре. Мәктәп йылдарында үҙен күреп белмәһәк тә, йәйғор төҫтәрен русса “уның аша” өйрәнә торғайныҡ: “Каждый охотник желает знать, где сидит фазан”. Фазан – фиолетовый, йәғни шәмәхә төҫөн аңлата ине. Аҙым һайын осраған был ҡош миңә Салауат күпере аша түгел, ә яу юлынан оҙатып барған төҫлө тойола башланы. – Иҫ киткес матур ҡошҡа яу яланында нимә ҡалған, иҫәр, – тип ҡуям. Уфтанғанымды “Боцман” аңғарған булыр. – Матур инде... Тотоп бешереп ашап ҡарағайныҡ, артыҡ һөйәкле, ҡалдау, тәненә ит ҡунмаҫ ҡош икән, һурпаһының йүнле һөҙлөгө лә юҡ. Ялан йәмләп йөрөүе хәйерле. Йәшәһен ябай ауыл тауығы. Яурынына, башына япраҡлы ағас ҡыҫтырып, йәшел кейемдә берәү килеп сыҡты. – Һуҡмаҡтар күп, ҡайһыһынан боролорға? – тип һораны “Боцман” – Йөҙ метрҙан һулға, – тине лә тегеһе йылдам ғына яңынан шырлыҡҡа инеп сумды. Ысынлап та, урман эсенә инеп китер өсөн ике-өс һуҡмаҡты үттек. Ныҡлы ғына тапалған юл булмағас, артабан киттек тә, йырағыраҡ юлланғаныбыҙҙы аңлап туҡтаныҡ. Кәрәкле боролошто үтеп киткәнбеҙ. Кирегә боролор урын юҡ, дөрөҫөрәге, күп, уң яҡта киң ялан ята, тик тәгәрмәс менән 10 сантиметр ҙа эскә инергә ярамай. “Колыван”ды һәләк иткән “буханка” артҡа биреп ярты метр самаһы ғына ингән. Был фажиғә – беҙгә оло һабаҡ. “Боцман” һикереп төштө. Тәүҙә машина боролор урынды юлдан сыҡмай ғына байҡап алды. Водителе “Танкист”ҡа команда бирергә тотондо, “стоп” тип ҡысҡырып та ебәрә. Артыҡ китмәй, әҙ генә бер – артҡа, бер алға бирә-бирә машинаны көскә борабыҙ. Беҙҙең арттан килгән Рөстәм боролоп мәшәҡәтләнмәне, яй ғына артҡа табан китте. Боролошта егеттәр ҡаршы алды. Машиналарҙы эскә индереп ҡуйҙыҡ. Был позицияла бик оҙаҡ торорға ярамай, бында БМП кеүек хәрби техника йәшерелгән. Һалдаттар барыһы ла дозорҙа, һәр шылт иткән тауышҡа ла иғтибар бирә. Бик ҡысҡырып һөйләшмәҫкә кәңәш иттеләр. Рота командиры “Томан” ҡаршы алды. Көләпә кейгән башына. Бронниктарының бүлкәттәре магазин, гранаталар, тағы әллә нимәләр менән тулы. Бер ҡулында – рация, икенсеһендә – автомат. Уны беләбеҙ, таныйбыҙ. Май аҙаҡтарында мин уны “Китап байрамы”нда шағирә Лариса Абдуллина менән бергә осратҡайным. Шул яҡҡа юлланырға торабыҙ, бәлки, осрашырбыҙ ҙа әле, тип ҡосаҡлашҡайныҡ та. Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килеүен әйт, урман эсендә шым ғына күрешергә, шыбырлап ҡына һөйләшергә яҙған. Ул “Башҡортостан” гәзитендә Ларисаның бер шәлкем шиғырын яратып уҡыған да, шуларҙы бәләкәй генә китапсыҡ итеп баҫтырып булмаймы, түш кеҫәһендә бетеү итеп йөрөтөр инек, тип шағирәгә шылтыратҡан яҙын. Ана шунан башланды ла инде китапсыҡтар сығарыу. Мин уға үҙемдең Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы китабымды бүләк иттем. – Беҙ бында ныҡлы хәрби әҙерлектә торабыҙ. Диверсия булдырмау – төп бурыстарҙың береһе. Беҙ ныҡ йәшеренгәнбеҙ. Әгәр ҙә дошман был яҡҡа йырып сыға икән, беҙ кинәт һөжүм итеп, уларҙы юҡҡа сығарырға тейеш. Беҙҙең һалдат кейемендә йөрөп ятырға ла мөмкин диверсанттар, шуға үтә лә иғтибарлы булыу фарыз... Һөйләп торған еренән “Томан”: “Шым!” – тине. Аптырап тирә-яҡҡа күҙ һалам. Ҡапыл бөтәһе лә шымып ҡатып ҡалған. “Боцман”: “Ағасҡа һыйын”, – тип шыбырлай. Итек ҡунысындай ҡалынлыҡтағы ағас төбөнә барып баҫам да, диҡҡәт биреп тыңлап ҡараһам, өҫтә бал ҡорто күсе геүләгән кеүегерәк тауыш ишетәм. Атаңдың ҡара мыйығы, ҡурҡытып һөйләгән коптерҙары беҙҙең баш осонда әйләнә түгелме? Бая беҙҙең ыҙаланып боролғанды шәйләп килеп еттеләрме икән? Быуындар ҡалтырай төштө. Кемдер өҫкә, бәреп төшөрөргә ниәтләп, автоматын төҙәне. Тынлыҡ. Хатта япраҡтар шыбырлашҡаны ишетелә. Эдуард ҡына, бер ни булмағандай, эйелеп тә, тура баҫып та ҡатып ҡалған һалдаттарҙы фотоға төшөреүен дауам итте. Ну, йөрәк үҙендә. Ишеү ҡалай профессионал, эшен онотмай, ғүмереңдең һуңғы минуттары булыуы ла бик мөмкин бит. Алдан аңлатыуҙарынса, коптерҙар килеп урынды билдәләгәндән һуң 2 – 5 минут эсендә снаряд та килеп төшөүе ихтимал. Кешеләрҙе шәйләһә, үҙе граната ла төшөрә, тинеләр бит инде. Йөрәк табанға төштө, Ишембай егете әйткәнсә, йәшәге килә икән ул, брат. Баштан төрлө уйҙар үтте. – Аҫтараҡ йөрөй – беҙҙекеләр, – шым ғына “Боцман” шулай тигәс, бер аҙ йән инде. Дошмандыҡы өҫтәрәк була, күрәһең. Бер минут геүләгәндән һуң осоп китте “һайыҫҡан”. Беҙҙе күреп, шикләнеп тикшереп йөрөүҙәрелер. Диверсанттар түгелме, йәнәһе. “Томан” быға тиклем Ишембай районы хакимиәтендә спорт идараһы начальнигы булып эшләгән. Чиновниктар араһында иң беренселәрҙән булып МХО биләмәһенә юлланған азаматтарҙың береһе. – Ни булыр икән, тип ситтән ҡарап ятыу минең ғәҙәт түгел. Яңылыҡ түгел, илде һаҡлау – иң ҙур бурысы ирҙәрҙең. Росгвардия, МВД системаһын үткәс, унан бигерәк спортсы булараҡ, оялмайынса нисек өйҙә ятмаҡ кәрәк?! Ғаилә, Ватанға һөйөү һәм Еңеүгә ышаныс йәшәтә һалдатты. “Томан”, көләпәһен сисеп, маңлайындағы тирен һөрткәйне, уның ап-аҡ сәсен күреп, хайран ҡалдым. – Бында ағарҙымы? – Эйе. Элек мин ыҫмалалай ҡара сәсле инем, – ул һөйләшкән саҡта бер тапҡыр ҙа йылмайманы. – Бында эмоциональ торош күпкә юғары. Ҡурҡыу ҙа, шатлыҡ та, бер-берең өсөн үлеү ҙә... Бындағы тойғолар шартлап һынған имән кеүек, йә урғылып сыҡҡан вулкан ише – бер ҡасан да эҙһеҙ үтмәй. Уның бер фекере һиҫкәндерҙе: ”Үлеп ҡалыуың да мөмкин, һәр кем белә быны. Мосолман булараҡ аңлайым, барыһы ла фани, барыһы ла ваҡытлыса ерҙә. Минең өсөн ҡағиҙә берәү: “Яугир икәнһең, тимәк, мәңге йәшәйһең!”. Һиҫкәндерҙе, сөнки мин алдараҡ яҙған сая Фәнис Хөсәйенов, үҙенең үлерен алдан белгән кеүек, ”был юлы ҡайтып булмаҫ ул, мәңге йәшәү минең планда түгел, лайыҡлы үлем миңә ҡәҙерле” тигәнерәк һүҙҙәр әйтә биреп ҡуйған ғүмеренең һуңғы көндәрендә.