Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә ҡыҙыҡлы сара көтөлә

Сара программаһында түбәндәгеләр ҡаралған: 23 сентябрь, 16.00 – Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ Профсоюздар Федерацияһы “Стратегик резерв 2023” Бөтә Рәсәй йәштәр программаһының Волга буйы округ форумын асыу тантанаһы үтәсәк (Профсоюздар йорто, Өфө, Киров урамы, 1) 25 сентябрь, 18.45 – хеҙмәтсән йәштәр араһында “Социаль партнерлыҡ өсөн!” шаяндар һәм отҡорҙар Бөтә Рәсәй профсоюз фестивале. Фестиваль темаһы юҡҡа һайланмаған. 2023 йыл республикала социаль партнерлыҡтың 30 йыллығы тип танылды, ә Рәсәй Бойондороҡһоҙ Профсоюздар Федерацияһы социаль партнерлыҡты нығытыу һәм үҫтереү йылы тип иғлан итте. Хеҙмәт КВН-ы тап Өфөлә профсоюздар Федерацияһы башланғысы буйынса 2016 йылда барлыҡҡа килә һәм шул ваҡыттан алып йыл һайын үткәрелә. 2022 йылда тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округы кимәлендә үтә. Быйыл фестиваль тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелде – тәүге тапҡыр Өфөлә хеҙмәтсән йәштәр араһында Бөтә Рәсәй КВН профсоюз фестивале үтәсәк. Унда төрлө төбәктәрҙән һәм тармаҡтарҙан 13 команда ҡатнашасаҡ. Фото: mosoblprofavia.ru