Бөрйән районы халҡы Украинала барған хәрби операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙ, кесе сержант Сәғитов Илнур Иршат улы менән хушлашты. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм сараһында Башҡортостан Хөкүмәтенән килгән вәкил, М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы З. Әлибаев, район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Ғ. Хөснуллин ҡатнашты. Улар һалдаттың яҡындарының һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты. Туғандары исеменән Әлфирә Сөләймәнова һәм Зилә Зәкироваға һүҙ бирелде. Улар 25 йәше лә тулып өлгөрмәгән Илнурҙы татыу, берҙәм ғаиләлә үҫкән киң күңелле, алсаҡ, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, батыр егет тип иҫкә алдылар. Илнур Иршат улы 1998 йылдың 27 сентябрендә Иҫке Собханғол ауылында донъяға килгән. 2005-2014 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалында белем ала. Уҡыған ваҡытта мәктәптең һәм учил