Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһенә, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, эндовидеохирургия комплексы алынды. Яңы аппарат лапароскопия әмәлиәттәре үткәреү өсөн кәрәк. Был ысул ярҙамында табип ҡорһаҡ ятҡылығына һәм бәләкәй тазға ҙур булмаған тишемдәр аша “күҙ һала” ала. Лапароскопия бәләкәй генә яралар ҡалдыра, дөйөм наркоз аҫтында үткәрелә. Әмәлиәттең күпме ваҡыт барыуы ниндәй диагноз ҡуйылыуына, процедураның ҡатмарлығына һәм пациенттың физиологик үҙенсәлектәренә бәйле. –Яңы ҡорамал аҙ тишемле абдоминаль әмәлиәттәр өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, заманса ҡорамал ярҙамында аппендиксты ҙур яра ҡалдырмайынса алырға һәм пациенттың стационарҙа дауаланыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкин, – ти дауахананың баш табибы Азамат Ғәлиев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм со