Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дыуан пенсионерҙары сәйәхәттән ҡайтты

Дыуан пенсионерҙары авиарейс менән Минскиҙан һигеҙ көнлөк экскурсиянан ҡайтты. Өлкәндәр ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ сәфәрҙән бик ҡәнәғәт. Беларусь Республикаһының төрлө ҡалаларында, ”Хатынь” мемориалында, музей һәм ҡорамдарҙа булыу, халыҡ менән аралашыу уларҙа сағыу тойғолар ҡалдырған, тип хәбәр итә “Дуванский вестник”. Төбәк проекты республика бюджеты иҫәбенә субсидиялана. Туроператорҙарға һәр кеше өсөн 15 000 һум компенсациялана. Тур хаҡына йәшәү, туҡланыу һәм экскурсиялар инә. Был маҡсатҡа Беларусь Республикаһына ойоштороласаҡ сәфәрҙәргә генә 20 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Быйыл “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге”программаһы буйынса 1 300-ҙән ашыу кеше сәйәхәттә буласаҡ. Проект операторы – “Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма. Программаға шулай уҡ Үзбәкстан, Иран һәм Абхазияға турҙар индерелгән. “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм тормош сифатын арттырыу ҡаралған. Л.Ғибаҙуллин фотолары.