“Туғандарым уҡытыусылар булғас, үҙемә башҡа һөнәр һайлау тураһында уйланманым да: педагогик юлдан китеремде белдем”, – ти Силәбе ҡалаһында тәрбиәсе булып эшләгән йәш милләттәшебеҙ Әлиә Сафиуллина. Ул – Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол ауылы ҡыҙы. Ата-әсәһе – Ғәлиулла Фәйзулла улы менән Зөлфиә Мөхөбулла ҡыҙы дүрт балаһын да – Руслан, Тимур, Гөлнара һәм Әлиәне рухлы, тырыш итеп үҫтерә, туған теленә, мәҙәниәткә оло һөйөү тәрбиәләй. “Мәктәптән һуң Мейәс педагогия колледжына уҡырға индем. Ике туған апайҙарымдың барыһының да уҡытыусы булыуы һөнәр һайлауҙа ҙур йоғонто яһаны, – ти Әлиә Ғәлиулла ҡыҙы. – Мәҫәлән, атайым яғынан Шәмсинур Фәйзулла ҡыҙы үҙебеҙҙең Яратҡол ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып ҡырҡ йылға яҡын эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән бик күп грамоталары, наградалары бар. Әсәйем яғынан Рәйлә Мөхөбулла ҡыҙы Мауыҡ ҡасабаһында оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, бихисап конкурстар еңеүсеһе. Ул шиғырҙар ҙа яҙа, бер нисә йыйынтығын туплап сығарҙы. Ошондай уңған, үҙ һөнәрен мөкиббән яратҡан туғандарымдың юлын лайыҡлы дауам итергә теләйем”. Әлиә Сафиуллина Мейәстәге “Уралым” ансамблендә ун йыл шөғөлләнә, халҡыбыҙ бейеүҙәрен оҫта башҡара. Педагогия колледжынан һуң шул ҡалалағы балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. Артабан кейәүгә сыға, Силәбе ҡалаһына күсеп киләләр. “Хәҙер инде ҡыҙыбыҙ Динә, улыбыҙ Ильяс үҫә. Күңелем гел һайлаған һөнәремә тартылып торғанлыҡтан, йәшәгән йортобоҙ янындағы 383-сө балалар баҡсаһына урынлаштым. Бына инде туғыҙ йыл оло кинәнес менән эшләйем. Юғары квалификациялы тәрбиәсемен. Быйыл иһә өҫтәмә белем биреү педагогы булыу өсөн курстар үтеп, балалар баҡсаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеү буйынса түңәрәк астым. Был күптәнге хыялым ине: туған телебеҙҙе, милләтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индергем килә. Түңәрәк эшен башлауы, әлбиттә, ауыр булды. Тәжрибәм булмағанлыҡтан, ҡурҡып та ҡалдым. Ошондай мәлдә ғаиләм, яҡындарым, туғандарым, бигерәк тә балалар баҡсаһы етәкселеге ныҡ ярҙам итте, ҡеүәтләне, дәртләндерҙе. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Миңә бағлаған оло ышаныстарын аҡларға тырышасаҡмын”, – ти Әлиә Ғәлиулла ҡыҙы. Телһөйәр, рухлы милләттәшебеҙгә ҙур уңыштар теләйбеҙ! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Әлиә Сафиуллинаның шәхси архивынан алынды.