Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында заманса һанлы флюорограф файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһы буйынса алынды. Һанлы флюорография – күкрәк ситлеге ағзаларына диагностика үткәреүҙә алдынғы ысул. Яңы техниканың өҫтөнлөгө һөҙөмтәһендә табип аныҡ һәм теүәл һүрәтте һанлы форматта алыу мөмкинлегенә эйә. Пациентты тикшереү тура һәм ҡабырға проекцияларҙа үткәрелә. Флюорография күкрәк ситлегендәге сирҙәрҙе (туберкулез, пневмокониоз, үпкә шештәре, плевраның һәм диафрагманың зарарланыуы һ.б.) асыҡлай. –Сифатлы ҡорамалдарҙың район дауаханаларына килеүе бик шатлыҡлы күренеш. Флюорографта табип-рентгенолог тарафынан эшләнгән һүрәт төрлө сирҙәрҙе ваҡытында диагностикалауҙа мөһим роль уйнай. Яңы комплекста нурланыш аҙ, сәләмәтлек торошо һәм йәш буйынса сикләү юҡ, – тип билдәләне баш табип вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Сабирова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк