Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сочиҙа XXVII “Бөтә Рәсәй” хәҙерге журналистика форумында ҡатнашты. Республика етәксеһе – ошо медиафорум тарихында уның сараһына килгән беренсе губернатор. Радий Хәбиров Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән бергә Башҡортостандың махсус хәрби операцияға арналған экспозицияларын ҡараны. “Башҡортостан өсөн Ватанды һаҡлау – айырым тарих. Республика Рәсәй составына ингән ХVI быуаттан алып беҙҙең яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгән. Улар 1812 йылғы Ватан һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Моғайын, махсус хәрби операцияла сағылыш тапҡан генетик хәтер ҙә барҙыр”, – тине Радий Хәбиров. Фоурм барышында республика Башлығы Рәсәй журналистары менән осрашты. Дискуссияның темаһы – “Башҡортостан махсус хәрби операцияла: “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”. Осрашыуҙың модераторы булып Владимир Соловьев сығыш яһаны. Үҙ сығышында Радий Хәбиров журналистарға хәҙерге тарихты яҡтыртыуҙа объектив булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур
Радий Хәбиров XXVII “Бөтә Рәсәй” хәҙерге журналистика форумында ҡатнашты
22 сентября 202322 сен 2023
1 мин