“Кешелә балалыҡ сәсе ағарғансы йәшәй, тиҙәр. Ә тәрбиәселә ул ғүмер буйы дауам итә”, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның “Алтынай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлшат Хәбибуллина. Ул – Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ҡыҙы. Үҙ ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған әсәһенең юлын дауам итеп, 1992 йылда Өфөләге педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып, хеҙмәт юлын тыуған районының Түрһәгәҙе ауылында башлай. Эшкә өйрәткән, бай тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан остазы Мәүиә Бәхтигәрәеваға оло рәхмәтле. Артабан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алып, тыуған ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башлай. Унан яҙмыш елдәре Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып килгәс, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә төшә. 2015 йылдан Гөлшат Мәүлетҡол ҡыҙы башҡорт балалары өсөн рухи мөхит тыуҙырған мәғариф учреждениеһында – Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназия ҡарамағында асылған “Алтынай” балалар баҡсаһында хеҙмәт күрһәтә. Юғары категориялы тәрбиәсе. Һөнәри тәжрибәһенән сығып, шуға инанған ул: иң мөһиме – балаларҙы яратырға, фекерҙәрен хөрмәт итергә кәрәк, шул саҡта ғына бар яҡлап камиллыҡҡа ынтылған рухлы шәхес үҫтерергә мөмкин. “Белем биреү учрежденияһы ҡарамағында балалар баҡсаһы булдырыу – мәғарифта яңы алым. Уны атай-әсәйҙәр ҙә, коллегаларым да ыңғай баһалай. Тырыш хеҙмәтебеҙ, яҡшы тәрбиә үҙ шытымдарын биреп, “Алтынай”ҙа ҡанат нығытҡан балаларыбыҙ киң ҡарашлы, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған шәхестәр булып үҫеп етер тип ышанабыҙ”, – ти Гөлшат Мәүлетҡол ҡыҙы. "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттар өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар Г. Хәбибуллинаның шәхси архивынан алынды.