Байрамдың рәсми өлөшө 11 октябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткәрелһә лә, тантаналар 9 октябрҙә үк башланасаҡ. Спорт йәмәғәтселеге халыҡ-ара кимәлдәге биш ярышты үткәрергә әҙерләнә, йәш шайморатовсылар Йәйге уйындарҙа иң яҡшыларҙы асыҡлаясаҡ. 11 октябрҙә Совет майҙанында шайморатовсылар кластарының (ундай кластар республикала хәҙер 189) 55 тәрбиәләнеүсеһе легендар комдив һәйкәле янында ант бирәсәк. Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә гөлләмәләр һалыу, Өфөлә Аксаков баҡсаһын реконструкциянан һуң асыу ҙа байрамдың төп саралары буласаҡ. Беларусь һәм Абхазия делегациялары “Өфө” индустриаль паркында “Амкадор” компанияһының урылған игенде эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводын асыуҙа һәм Ҡариҙел яры буйында “Колоннада” арт-объектына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашасаҡ. Денис Бородин фотоһы.
Башҡортостанға Республика көнөнә ҡунаҡтар киләсәк
22 сентября 202322 сен 2023
~1 мин