Сочила барған “Бөтә Рәсәй-2023” медиафорумында журналистар менән осрашҡан ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элекке хәрби хеҙмәткәрҙең, граната шартлатыу менән янап, уның менән осрашыу талап иткән резонанс хәл тураһында һөйләне. “Был хәл-ваҡиғала нимәләр кисерҙегеҙ?” - тигән һорау бирҙе осрашыуҙың модераторы Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев. -Минең өсөн иң мөһиме уның ғүмерен һаҡлау ине. Эште, башҡа нәмәне юғалтырға була, тик ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ваҡиғаларҙан һуң ул үҙенә ҡул һалған. Бындай хәл булмаһын өсөн мин барыһын да эшләнем. Шундай категория бар – “биш йөҙөнсөләр”. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер егеттәр дезертирлыҡҡа бара. Эйе, улар ҡурҡҡан, ләкин уның өсөн беҙ уларға ябырылырға тейеш түгел. Хәрби-тикшереү органдары ла уларҙы төрмәгә ултыртырға тигән маҡсат ҡуймаған. Кешеләргә уйланырға, кире барырға тип тәҡдим итәләр. Илдарҙың хәле ҡатмарлыраҡ ине, ул эстән һынғайны. Нисектер ул граната менән килеп етеп, кешеләрҙе ам