Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар үҙәге буйынса килешеү төҙөлдө

Башҡортостан Хөкүмәте Өфөлә өҫтәмә белем буйынса балалар уҡыу-ял итеү үҙәге булдырасаҡ “Инвестпроект” компанияһы менән килешеү төҙөнө. Килешеү инвестияцияны яҡлауҙы һәм уға булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән республиканың Мәғариф министрлығы күҙәтеүе аҫтында тормошҡа ашырыласаҡ был проектҡа инвестор 503,1 миллион һум тотонасаҡ, 146 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. “Инвестор Өфөлә 4 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар өсөн өҫтәмә белем үҙәге урынлаштырасаҡ. Уҡыусылар программалаштырыу, ЗD-моделләштереү, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек, дизайн, вокал, бейеү һәм башҡа йүнәлештәрҙәге секцияларҙа шөғөлләнә аласаҡ. Штатта балалар психологы һәм логопед та буласаҡ”, – ти Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. Үҙәк буласаҡ урындың проект-эҙләнеү эштәре башҡарылған да инде, ер аҫты паркингы төҙөлгән, әле бинаны төҙөү эштәре бара. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.