Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров хәрби корреспонденттарға наградалар тапшырҙы

22 сентябрҙә Сочила “Бөтә Рәсәй-2023” журналистар форумында матбуғат конференцияһы мәлендә алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы булды. Улар араһында – федераль һәм республика баҫмалары журналистары. Генерал Шайморатов орденын “Комсомольская правда” гәзитенең сәйәсәт бүлеге хәбәрсеһе Александр Коц, “Известия” мультимедиа мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе Эмиль Тимашев, “Беренсе канал” хәбәрсеһе Дмитрий Толмачев алды. Генерал Шайморатов миҙалын Башҡортостан Башлығы “Башҡортостан” теле-радио компанияһы мәғлүмәт программалары редакцияһының баш белгесе Рафиҡ Әхмәтшингә, “Башҡортостан” ТРК-һының оператив контент редакцияһы редакторы Ильяс Батыргәрәевкә һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәковҡа тапшырҙы. Фото: Николай Чукаев.