21 июлдә Силәбелә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Ирина Гехт менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Сарала Силәбе өлкәһендә донъя кимәлендәге университет-ара кампус һәм Өфө ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. “Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе Рәсәй Президентының башланғысын тормошҡа ашырыуға ярашлы заманса университет кампустары төҙөүҙең “тәүге тулҡыны”на инде”, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе кампуста урынлашасаҡ лабораторияларҙың һәм ғилми үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге бөтә ил буйынса юғары уҡыу йорттары һәм бизнес-партнерҙар менән кооперацияла ғәмәлгә ашырыласағын әйтеп үтте. Силәбе өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары Ирина Гехт ике күрше төбәк араһында үҙ-ара файҙалы һәм оҙайлы бәйләнештәрҙе дауам итеүгә ышаныс белдерҙе һәм Башҡортостан делегацияһын Силәбе өлкәһендә ҡабул итеүгә һәр