Шишмә районындағы “Патриот” паркында “ГеоВызов” I халыҡ-ара геологик чемпионатты ябыу тантанаһы уҙғарылды, еңеүсе командаларға наградалар тапшырылды. “Тәүге халыҡ-ара геологик чемпионаттың Башҡортостанда үткәрелеүе осраҡлы түгел, бында яҡшы танылған геологик мәктәп бар, республика тәбиғи ресурстарға бай, һеҙ быны республика райондары буйлап экскурсияларҙа үҙегеҙ күрҙегеҙ”, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тантанаға йыйылғандарҙы тәбрикләү һүҙендә. Ул төбәктәге тау сәнәғәте эшмәкәрлегенең Рәсәй өсөн хәл иткес булыуын билдәләне һәм миҫалға 1755 йылда башҡорт Исмәғил Тасимовтың Санкт-Петербургта таусылар әҙерләү буйынса илдәге беренсе юғары уҡыу йорто асыуын килтерҙе. Тантанала чемпионат ярыштары номинациялары буйынса бүләкләү булды, ә төп наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов тапшырҙы. “Һеҙ биш көн буйы ҙур тырышлыҡ һалып ярыштарҙа ҡатнаштығыҙ, һәр команда үҙ ағзаларының һөҙөмтәһе өсөн янып-кө