Бөгөн - изге йома көнө. Күп осраҡта йәштәр аҙнаның ошо көнөндә ниҡах, туй үткәрергә тырыша. Бөгөн республикала үҙенсәлекле парҙың туйы бара. Ошо хаҡта Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. "Шүлгәнташ" ҡауыштыра...Бөгөн "Шүлгәнташ" музейы тарихында беренсе туй: Ғәҙелгәрәй егете Ғәзизйән Сафин менән Әбйәлил һылыуы Гүзәлиә Вәлиева сәстәрен сәскә бәйләй.Бөрйәндә музей асылыуы йәштәрҙең тормошонда ҙур үҙгәрештәргә килтерҙе. Мәскәүҙә юғары техник белем алып ҡайтҡан Ғәзизйәнгә музей тыуған яғында төпләнеп ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Ул – инженер, комплекстағы бөтә медиа һәм интерактив өсөн яуаплы. Ә музей фондын теүәлләгән Гүзәлиә Өфөләге офистан бында эшкә күсте. "Шүлгәнташ мәмерйәһе" музейы-ҡурсаулығының өмөтлө йәш белгестәре бөгөн яңы тормошҡа аяҡ баҫа...Йәш коллегаларымды туйҙары айҡанлы ихлас ҡотлайым, һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар теләйем. "Шүлгәнташ" музейы һеҙҙең ярҙам менән һәр ваҡыт гөрләп эшләп торһон, донъя кимәлендә танылған мәҙәниәт һәм тарих усағы булһын!" - тип яҙған ул. Беҙ ҙә Гүзәлиә менән Ғәзизйәнде, шулай уҡ бөгөн туйҙары һәм ниҡахтары үткәреп, яңы тормош башлаған бөтә парҙарҙы ҡотлайбыҙ, бәхет теләйбеҙ! Фото: vk.com/danir1970