Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Оҫталыҡ дәресенә ихтыяж бар

Өфөнөң 18-се дауаханаһында симуляция кабинеты асылыуына ҡыуанмаған кеше булмағандыр, сөнки ул тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү техникаһын шымартыу өсөн студенттарға ла, тәжрибә туплаусы хеҙмәткәрҙәргә лә бик кәрәк. Кабинет заманса медицина изделиелары менән йыһазландырылған: манекен, носилка, бау, плакаттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар.Кабинетты дауахананың баш табибы Наил Ғиләжетдинов, профессорҙар Марат Ҡунафин һәм Сәүбән Ҡунафин асты. Халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр тәүге һәм махсус ярҙам күрһәтеүҙең алдынғы технологиялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара төрлө профилдәге табиптарҙы, ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙарын, анетезиолог-реаниматологтарҙы, урта медицина хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. Юл-транспорт ваҡиғаларында ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү буйынса яңы технологиялар менән таныштырҙылар, ҡан ағыуын туҡтатыу һәм йөрәк-үпкә реанимацияһының заманса ысулдары, транспорт һәм медицина эвакуацияһы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ ЮХХДИ өсөн яңы аптечка менән таныштырҙылар. Конфере

Өфөнөң 18-се дауаханаһында симуляция кабинеты асылыуына ҡыуанмаған кеше булмағандыр, сөнки ул тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү техникаһын шымартыу өсөн студенттарға ла, тәжрибә туплаусы хеҙмәткәрҙәргә лә бик кәрәк. Кабинет заманса медицина изделиелары менән йыһазландырылған: манекен, носилка, бау, плакаттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар.Кабинетты дауахананың баш табибы Наил Ғиләжетдинов, профессорҙар Марат Ҡунафин һәм Сәүбән Ҡунафин асты. Халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр тәүге һәм махсус ярҙам күрһәтеүҙең алдынғы технологиялары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара төрлө профилдәге табиптарҙы, ашығыс медицина ярҙамы фельдшерҙарын, анетезиолог-реаниматологтарҙы, урта медицина хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. Юл-транспорт ваҡиғаларында ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү буйынса яңы технологиялар менән таныштырҙылар, ҡан ағыуын туҡтатыу һәм йөрәк-үпкә реанимацияһының заманса ысулдары, транспорт һәм медицина эвакуацияһы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ ЮХХДИ өсөн яңы аптечка менән таныштырҙылар. Конференцияла ҡатнашыусылар медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын даими күтәреп тороу кәрәклеген билдәләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.