“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә Шишмә ҡасабаһында дөйөм оҙонлоғо 9,4 километр булған һыу үткәргесте реконструкциялау дауам итә. Проектты тормошҡа ашырыуҙы тамамлау һәм яңыртылған селтәрҙәрҙе киләһе йылда уҡ файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. – Шишмә районының Шишмә ауылында һыу үткәргесте яңыртыу һәм урам селтәрҙәрен алмаштырыу буйынса ҙур проект 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Эштәрҙең тамамланыуын халыҡ бик көтә, сөнки элек төҙөлгән селтәрҙәр һәм ҡорамалдар яраҡһыҙ хәлгә килде, был һыуҙың сифатының кәмеүенә килтерҙе, – тине Рәсәй Төҙөлөш һәм архитектура буйынса федераль хеҙмәттең генераль директоры Владимир Шербинин. Уның һүҙҙәренсә, һыу сифатының бигерәк тә йәйге осорҙа ныҡ насарайыуы һиҙелә, ул саҡта ҡулланылған һыу күләме ҡырҡа күтәрелә. Шишмә ҡасабаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн Исаҡ һыу алыу ҡоролмаһынан һыу үткәргесте реконструкциялау эсәр һыуҙы ҡасабаның 20 меңдән ашыу кешеһе йорттарға еткереү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, проект сиктәрендә һыу әҙерләү станцияһы яңыртыласаҡ һәм һыу таҙартыу ҡорамалдары алмаштырыласаҡ. Яңыртылған станцияның ҡеүәте тәүлегенә 3,8 мең куб метрға етәсәк. – Проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып “РосСтройКонтроль” федераль бюджет учреждениеһы инспекторҙары контролдә тота. Белгестәр эштәрҙең проект документацияһына ярашлы һәм төҙөлөш технологияһында тәртип боҙоуҙарһыҙ башҡарылыуын күҙәтә. Әлеге ваҡытта объекттың әҙерлеге 66 процент тип баһалана: участкаларға торба үткәргесен түшәү һәм киренән күмеү дауам итә, шулай уҡ ҡоҙоҡтарҙы монтажлау һәм гидроизоляциялау буйынса эштәр алып барыла, – тип билдәләне Владимир Шербинин. 2019 йылдан “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә объекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышында төҙөлөш контролен Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы “РосСтройКонтроль” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы тәьмин итә. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Шишмә районы хакимиәте.