“Шатай”: “Өләсәһе беҙҙең ауылдан, үҫмер саҡтан уҡ бергә уйнап, бергә йөрөп үҫтек. “Оскар” алдан уҡ “киләм” тип хәбәр ебәрә ине. Сабыйың бар бит, юҡты һөйләмә әле, тип биҙҙереп ҡарағайным да. Кәләшең бар, уны уйла, тип әйтеп ҡараным”... – Ҡыйын, ҡурҡыныс булған өсөн шулай тинеңме? – тип бүлдерәм. “Шатай”: “Юҡ, ҡыйынлыҡтан түгел. Күпте күрелде... Иллегә – илле, әллә иҫән ҡайтаһың, әллә юҡ. Яҡын дуҫтарҙы юғалттыҡ. Уның кәләшен дә беләм, беҙ бер йылғы. Бер-бер хәл булһа, Аллам һаҡлаһын, кәләшенә нимә тип әйтәм инде, сабыйына үҫкәс нисек аңлатаһың... Бик ҡәҙерле кешеләр улар миңә. Төрлөһөн уйлайһың бит инде. Киләм дә киләм, тигәс, үҙем ҡаршы алып, эргәмдә булһын, тип бында тартып алдым инде”. “Оскар”: “Мин килеп төшкәндә штабта көтөп ултыра ине. Уны күргәс, рәхә-әт булып китте”. “Шатай”: “Берәйһе алып китеп бармаһын, тип командир менән таң һарыһынан барып ултырҙыҡ штабҡа. Шулай көтөп, барып алдым үҙен. Бер палаткала йәшәйбеҙ, бер ҡаҙандан, бер тәрилкәнән ашайбыҙ, бер көрөшкәнән эсәбеҙ”. “Ос