Башҡортостанда нәҡ шул тиклем ҡатнашыусы «Милләттәр кросы-2023» стартына сыҡҡан. Күмәк спорт сараһы «Демография» милли проектының (национальный проект “Демография”) «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә үткән. Спортсыларҙың күбеһе - 10 мең самаһы - Өфөлә стартҡа сыҡҡан. Артабан Туймазы районы ҡатнашыусылары килә - 7398. Өсөнсө урынды Иглин һәм Бөрө райондары биләй, улар яҡынса 5000-шәр йүгереүсене берләштергән. «Һандар үҙҙәре үк һөйләй. Башҡортостан сираттағы тапҡыр илдең иң спортҡа ылыҡҡан төбәктәренең береһе исемен раҫлай», - тип билдәләне Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Башҡортостандан тыш, спорт сараһы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Барнаулда, Красноярскиҙа, Ҡазанда, Пермдә, Волгоградта, Новосибирскиҙа һәм Ырымбурҙа уҙған. Уларға бөтәһе ярты миллиондан ашыу рәсәйле ҡушылған. Күп кенә төбәктәрҙә ҡала халҡы менән бергә йүгереүҙә Ватан спорты йондоҙҙары ла ҡатнашҡан. Фото: sport.bashkortostan.ru