Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө “Нур” татар дәүләт театры актрисаһы Рида Фәхрисламова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ауыр яңылыҡ менән уртаҡлашты: уның бер туған ҡустыһы Ринат Фәхрисламов махсус хәрби операция барышында һәләк булған. “Һин һәр ваҡыт беҙҙең менән буласаҡһың, туғаным, яратҡаныбыҙ... Һин – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, ҡояш, ел, ҡар, ямғыр, аяҙ күк, йондоҙ...”, - тип яҙҙы актриса. Ринат – Асҡын районының Билгеш ауылы егете. Туғандары һәм яҡташтары уны ысын патриот, бына тигән ул, туған йәнле кеше, ғаилә башлығы, яратҡан атай, тоғро дуҫ һәм иптәш тип билдәләй. Ринат тураһында “Башҡортостан” гәзитенең сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмөндә быйыл февралдә яҙғайныҡ. “Риданың бер туғандары Радик менән Ринат былтыр йәй көнө үк Шайморатов батальонына үҙ теләге менән яҙылып, махсус хәрби операцияға юллана. - Беҙҙе, биш баланы, әсәйебеҙ яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, атайыбыҙ йәшләй генә вафат булды. Өс ул, ике ҡыҙ үҫтек. Әсәйем улдарына ысын ир-егет тәрбиәһе бирә алғандыр тип уйлайым,
