14-17 сентябрҙә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә республиканың моделле китапханалары үҙҙәренең интерактив уйындары һәм ҡорамалдары менән таныштыра. Балалар роботтар йыясаҡ, туҡыусылыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, үҙ ҡулдары менән йүкәнән йә талдан, йөндән, туҡыманан, фетрҙан уйынсыҡтар эшләйәсәк. Гаджеттар яратыусылар пластилиндан үҙҙәренең йәнһүрәтен төшөрәсәк, VR-күҙлек ярҙамында диңгеҙ төптәренә йә йыһанға сәйәхәткә юлланасаҡ, ә интерактив глобус ярҙамында география дәрестәрен иҫкә төшөрәсәк. Майҙансыҡта Башҡортостан һәм Рәсәй тураһында үҙ белемеңде тикшерергә мөмкин. Олатайҙарыбыҙ һәм өләсәйҙәребеҙ уйнаған уйындар ҙа буласаҡ. Фестиваль сиктәрендә уйынсыҡтар һәм ҡурсаҡтар эшләү тураһында китаптар коллекцияһынан күргәҙмә асыла. Фестиваль ҡунаҡтарына республиканың ете төбәгенең башҡорт милли кейемендә ҡурсаҡтар күрһәтеләсәк: Айгөл - көньяҡ-көнсығыштың таулы райондарын, Айһылыу - Урал аръяғын, Гүзәл - үҙәк райондарҙы, Гөлсәсәк - Дим көньяҡ-көнбайыш комплексын, Һылыубикә - Һамар-Ырғыҙ комплексын, Таңсулпан - төньяҡ-көнбайышты, Йондоҙ төньяҡ-көнсығыш төбәкте кәүҙәләндерәсәк. «Әйҙә уйнарға» уйындар фестиваленең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/