14 сентябрҙән 17-нә тиклем Өфөлә үтәсәк «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындарының төп темаһы - глобаль трансформациялар дәүерендә бала һәм уйын. Фестиваль сиктәрендә Совет майҙанында педагогтар, ата-әсәләр һәм мәктәпкәсә балалар өсөн ике практик майҙансыҡ эшләйәсәк. Ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре көтә. Бынан тыш, дүрт көн дауамында балалар баҡсалары уҡытыусылары реконструкция, моделдәр әҙерләү, эксперимент яһау, робот техникаһы, арт-сәнғәт буйынса мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 50-нән ашыу оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. М. Аҡмулла һәйкәле эргәһендә «Уйнап алайыҡ» майҙансығында ижади оҫталыҡ дәрестәре, шахмат уйындары, балалар йогаһы, зарядка, акваанимация үтәсәк. Сенсор үҫеше, телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге буйынса дидактик әсбаптар, үҫтереүсе планшеттар тәҡдим ителәсәк, һанлы лабораториялар буласаҡ. Ата-әсәләр балаларының үҫеше буйынса кәңәштәр ҙә аласаҡ. «Әйҙә уйнарға» уйындар фестиваленең программаһы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин: https://айдаиграть.дети/