Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды ҡыҙыу элемтә телефоны аша алырға мөмкин: 8 (800) 775-00-14.Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре:- өйҙә йәки урында социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу;- өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалид кешеләрҙе ҡабул итәсәк ғаиләләр ойоштороу;- инвалид кешеләрҙе техник реабилитация саралары алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин итеү, инвалид баланы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирә.Ҡыҙыу элемтәнең эш ваҡыты: эш көндәрендә - 8:00-18:00, ял көндәрендә – 10:00-18:00.Үҙәктең Өфөләге бүлексәләре: https://vk.cc/cqJVpCИҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй. Бында өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, интернатҡа, психоневрология интернатына урынлаштырыу хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин: https://vk.cc/cqJV6G Фото: mintrud.bashkortostan.ru