Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Кампустың төп бурысы – ил иҡтисадының реаль секторына алдынғы техник ҡарарҙар йыйыу, анализлау, эшләнмәләр әҙерләү һәм ғәмәлгә индереү үҙәге булыу. Андрей Назаров Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов менән күптән түгел эш осрашыуында вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө проектын тормошҡа ашырыу барышы, шулай уҡ ил етәкселеге ҡатнашлығында объекттың беренсе сиратын асыу мәсьәләләре тикшерелеүе тураһында һөйләне. Министрҙар кабинеты етәксеһе шулай уҡ, объектив шарттарҙы һәм тәҡдим ителгән дәлилдәрҙе иҫәпкә алып, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығынан коллегалар менән мөһим темаларға бәйле килешеүҙәргә өлгәшелде, тип билдәләне. Бында Андрей Назаров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ошоларҙы үтәү мәсьәләһен айырым контролдә тоторға һәм юл картаһы буйынса сроктар
Кампус нигеҙендә Инновацион фәнни-технологик үҙәк булдырыу мәсьәләһе ҡарала
9 сентября 20239 сен 2023
2 мин